-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 16:37

Ғафури районында “Баҫыу көнө – 2019” семинар-кәңәшмәһе үтте

Бөгөн, 26 июлдә районда республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында урып-йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектең алдынғы технологияларын һәм перспектив ауыл хужалығы культуралары сорттарын ғәмәлгә индереү буйынса “Баҫыу көнө – 2019” семинар-кәңәшмәһе үтте.

Республикала йыл һайын уҙғарылған был мәртәбәле сарала ошо зонаға ҡараған райондар белгестәре, агропредприятиелар вәкилдәре, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм ғалимдар, үҫемлекселек, малсылыҡ, ауыл хужалығы машиналарының һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтары менән танышты. Кәңәшмә районыбыҙҙың "Восход-СТ" ауыл хужалығы предприятиеһының Ивановка ауылы эргәһендәге баҫыуҙа үтте.
Читайте нас в