+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 11:41

Ҡара-Табын ере ихлас ҡаршы алды

Табын ырыуы йәштәренең “Табынфест” фестиваль-форумы өсөнсөгә Тәтешле ра-йонында уҙҙы. Әйтергә кәрәк, ырыуҙаштар, ирәктеләр сараға етди әҙерләнгән. Ҡара табын (ирәкте) ырыуы иҫтәлегенә таҡтаташ асҡандар, бөйөк Иҫән хан ҡәберлеге янында ҡорбан ашы әҙерләгәндәр, 19 быуатта йәшәгән мәғрифәтсе шағир Ғәли Соҡорой хаҡында шулай уҡ күренекле дин эшмәкәре, әҙип Ғарифулла Кейеков (19 бб) яҙған “Ғәйн әр-риза китабы”н баҫтырғандар, уға презентация эшләнеләр.

Республикабыҙ һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән табындар майҙанға сығып бер-береһен һәм йыйылған халыҡты сәләмләне, үҙҙәренә хас бейеү, тыпырҙыҡ, йәштәр уйындары менән таныштырҙы. Тәүге көн, шулай итеп, ҙур этнодискотека менән тамамланды. Иртә менән һабантуй яланында Табынфестың төп саралары башланды. Мәшһүр Сыңғыҙхан, Майҡы бей кеүек персонаждар ҡатнашҡан театрлаштырылған тамашанан һуң йәштәр төрлө форумдарға ҡатнашырға йүнәлде, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, спорт ярыштары башланды, шәжәрәләр менән танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, ҡыҫҡаһы, аралашыу мөмкинлеге тыуҙы. Волейболсыларыбыҙ командаһы ла һәйбәт уйнаны, шахматсыларыбыҙ ҙа тәжрибәлеләрҙән. Табынфеста өсөнсөгә район данын яҡлаусы Илсур Исхаҡов был юлы ла юғары кимәлдә ҡалды, шахматта беренсе таҡтала - 1-се , шашкала - 2-се, гер күтәреүҙә 3-сө, йүгереү буйынса 3-сө, дартс ырғытыуҙа 2-се урындар алып дөйөм иҫәпкә байтаҡ мәрәй килтерҙе. Рәмис Исхаҡов шахмат буйынса икенсе таҡтала 2-се урын, шашкала 3-сө урын яуланы. Шулай уҡ өсөнсөгә ҡатнашыусы Гөлназ Бәширова шахматта икенсе, шашкала беренсе урын алды.

Әле генә Санкт-Петербург ҡалаһынан оҙайлы сәфәрҙә йөрөп ҡайтҡан “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (Г.Байбулдина етәкселегендә) тирмә биҙәү, ҡаршы алыу, концерт номерҙары әҙерләүҙән тыш, ғафуриҙар делегацияһын туҡландырыуҙы ла, ырыу батыры һәм һылыуҡайы бәйгеһендә ҡатнашыусы йәштәребеҙгә ярҙам итеүҙе лә, күргәҙмә-мастер кластарҙы ла (И.Байбулдин - башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары, Р.Сабитова - биҙәүестәр, сувенирҙар) үҙ өҫтөнә алды. Һөҙөмтәләр ҡыуаныслы - Илшат Хәбибуллин “Табын батыры” бәйгеһендә икенсе, Әлиә Сәйғафарова “Табын һылыуҡайы”нда беренсе урын яуланылар. Шәжәрәләрҙе Һаҙый Юлмөхәмәтов, Эмиль Әбелғужиндар әҙерләгән. “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһы һәм Тәтешле районы хакимиәте фестивалде тейешле кимәлдә ойоштороуға ҙур көс һалған. Киләһе йыл был сараны беҙҙең район ҡабул итәсәк, һынатмабыҙҙыр, тип ышанам, сөнки тәүге тапҡыр тулы ҡанлы команда менән ҡатнашып (бығаса бер төркөм энтузиастарҙа ғына ине ышаныс), дөйөм иҫәптә Архангел районы вәкилдәренән генә ҡалыштыҡ.

Рәйлә САБИТОВА.

Читайте нас: