+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июль 2019, 18:29

Тәтешлелә “Табын-фест-2019” үтте

5-6 июлдә Тәтешле районында Табын ырыуы йәштәренең III фестивале булып үтте. Унда район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова етәкселегендә делегация ҡатнашты. Фестивалгә Табын ырыуы вәкилдәре йәшәгән Һамар, Пермь өлкәләренән, республиканың Архангел, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Дәүләкән, Ғафури һәм башҡа райондарҙан килгәндәр ине.

Тәтешле ерендә ҡунаҡтарҙы ололоҡлап ҡаршы алдылар. Табын йәштәре өсөн бай йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле программа әҙерләнгән ине. Башта район үҙәге Үрге Тәтешленән Иҫке Соҡор ауылына табан боролған оло юл сатында Ирәкте (Ҡара Табын) ырыуы башҡорттары иҫтәлегенә һәйкәл асыу тантаныһы булып үтте. Тарихтан билдәле булыуынса, әле XV быуаттарҙа уҡ ошо тирәлә Ирәкте башҡорттары йәшәгән һәм Иҫке Соҡор ауылы үҙенә күрә табындарҙың үҙәк ауылын тәшкил иткән. Был хаҡта башҡорт халҡының уҡымышлы заты, шағир, мәғрифәтсе Ғәли Соҡорой үҙе яҙып ҡалдырған. Уның ейәне Ғарифулла Кейековтың яҙмаларында быны табырға була. Заманында был төбәк халҡына Иҫән хан, һуңғараҡ Уса даругаһының Ирәкте волосы старшинаһы Шәриф Кейеков етәкселек иткән.

Артабан килгән ҡунаҡтарҙы күренекле дин әһеле, мәғрифәтсе, шағир Ғәли Соҡоройҙың музейы менән таныштырҙылар. Музей етәксеһе З. Арманшина ҡыҫҡаса тарихи шәхестең тормош юлы һәм ижады хаҡында һөйләне. Уның рухына бағышлап Ҡөрьән уҡылды, ҡәберлегенә барып баш эйеп килеүселәр ҙә булды.

Тәтешлеләрҙең тағы ла бер тарихи урыны - күптән түгел билдәһеҙ летчиктар иҫтәлегенә төҙөлгән һәйкәл менән танышты ҡунаҡтар. Иҫке Соҡор ауылы кешеһе К.Ш. Исмәғилев һөйләүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Көйөҙә (Куеда) ауылы эргәһендә летчиктар әҙерләү мәктәбе эшләгән. 1944 йылда уҡыу осошо мәлендә ошо мәктәп самолеты һәләкәткә тарый. Самолет инструкторы һәм курсант – йәш кенә ҡыҙ һәләк була. Ялан уртаһындағы һәләкәт урынына тәтешлеләр осона Ҡыҙыл йондоҙ ҡаҙалған бейек һәйкәл урынлаштырған. Тарихты онотмағандары өсөн уларға “Афарин!”, тиәһе генә ҡала. Артабан тағы ла бер тарихи урын – Иҫән хандың ҡәберлеген күрергә тура килде. Башҡорттарҙа хан титулы булмаған, тик бейҙәр генә булған бит тиеүселәр булыр. Эйе, юғары община башында башлыса бейҙәр торған. Әммә ил-көнгә ҡурҡыныс янағанда, халыҡты берләштереү маҡсатында абруйлы бейҙәрҙе аҡ кейеҙгә күтәреп хан иткәндәр. Иҫән хан шундай шәхестәрҙең береһе һәм ул төнъяҡ-көнбайыш башҡорттарын тәүгеләрҙән булып Рус дәүләтенә ҡушыусы тарихи шәхес. Беҙҙең төбәктең ата-бабалары Күрпәс бей етәкселегендә 1557 йылда Рус дәүләтенә ҡушылһа, Ирәкте башҡорттары Иҫән хан етәкселендә 1554 йылда уҡ Иван Грозный менән килешеү төҙөшкән һәм аҫабалыҡҡа Грамоталар алып ҡайтҡан. Иван Грозныйға илсе булып барыусыларҙан әлегә Тамьян ырыуы башлығы Шағәле Шаҡман менән Ирәкте ырыуы башлығы Иҫән хандың ғына ҡәберҙәре билдәле. Иҫән хан ҡәберлеген тоталитар совет власы йылдарында ла тәтешлеләр ҡәҙерләп, тәрбиәләп торған. Ауылдан алыҫ, ҡола яланда булыуына, вафатына 500 йыл самаһы ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, Иҫән хан ҡәберлеге бөгөн дә балҡып ултыра һәм ошо төбәк халҡының башҡорт рухлы (татар теленә яҡын диалектта һөйләшһәләр ҙә) булыуы хаҡында һөйләй. Ошоно иҫбатлап Иҫән хан ҡәберлегенән түбәндәрәк киң болонда ҡорбан салынды, Ҡөрьән сүрәләре уҡылды. Тәтешлеләр фестивалгә килеүселәрҙе ҡорбан ашы менән һыйланы. 200-300 метға һуҙылған, һый-ниғмәттән һығылып торған өҫтәлдәр барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн тәғәйенләнгән ине һәм был тәтешлеләрҙең үтә лә ҡунаҡсыллығы хаҡында һөйләй.

Кисен Үрге Тәтешле ауылында район мәҙәниәт һарайы ҡаршыһындағы майҙанда Табын йәштәре өсөн этно-дискотека ойошторолдо, төрлө райондарҙан килгән йәштәр үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте, дәртле итеп бейене, күңел асты, бер-береһе менән аралашты.

6 июлдә район һабантуйы майҙанында төп байрам сараһы үтте. Әйтергә кәрәк, район һабантуйы майҙаны стадион формаһында - капиталь сәхнә, тамашасылар өсөн урындыҡтар, төрлө майҙансыҡтар эшләп ҡуйылған. Ойоштороусылар һәр районға икешәр тирмә ҡороп, күргәҙмәләр өсөн өҫтәлдәр, башҡа кәрәк-яраҡтар хәстәрләп ҡуйған. Райондан “Красноусол” шифаханаһының, Сәйетбаба ауылынан Рәйлә Сабитованың ҡул эштәре һәм Илһам Байбулдиндың ҡурай, думбыра күргәҙмәһе сарала ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Рәйлә Сабитованың биҙәүестәрен тәүгеләрҙән булып Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев һатып алып тормош иптәшенә бүләк итте. Илһам Байбулдин иһә күргәҙмә менән танышыусылар алдында ҡурай үләненән ҡурай эшләп, моңло үтеп унай та ишеттерҙе. “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Мәжитовтың һәм һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Юлмөхәмәтовтың матур итеп эшләнгән нәҫел шәжәрәләре лә күргәҙмәләргә йәм өҫтәне.

Фестивалде асыу өсөн тәүге һүҙ Тәтешле районы муниципаль район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәевҡа бирелде. Ул үҙ сығышында йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә был сараның ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма исеменән Марат Зөлҡәрнәев сығыш яһаны һәм ҡотлау сәләмдәрен күндерҙе. “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ниязбай Сәлимов үҙ сығышында Башҡортостандың 100 йыллығына арнап уҙғарылған сараның юғары кимәлдә уҙыуын, уңыштар теләне. Артабан Тәтешле һәүәҫкәрҙәре тарихи шәхестәр - Сыңғыҙхандың ҡыйыулығы өсөн Майҡы бейҙе бүләкләп, уның аҫабалығын таныған мәлен сәхнәләштерҙе. Рәсми өлөш тамамланыу менән төрлө спорт ярыштары, уйындар, йыр-моң конкурстары башланып китте. Йәштәр күңел асыу менән генә шөғөлләнмәне – тарих менән бөгөнгөнө бәйләп ойошторолған майҙансыҡтарҙа үҙҙәренең нимәгә һәләтле икәнлектәрен күрһәтте. “III мең йылыҡтың йәш лидеры һәм эшҡыуары”, “Глобәлләштереү дәүерендә туған телдең, тарих һәм мәҙәниәттең мәғариф киңлегендә йәш быуынды тәрбиәләүҙә милли традицияларҙың роле”, “Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мастер-класс”, “Бөгөнгө шарттарҙа ергә законлы хоҡуҡ”,”Беҙҙең халыҡтың хәтере” темалары буйынса майҙансыҡтарҙа фән докторҙары, фән кандидаттары йәштәр менән дәрестәр уҙғарҙы, уларҙың белемдәрен һынап ҡараны. Дәрестәр мәлендә һәр район вәкиленең күрһәткән әүҙемлеге иҫәпкә алына, мәрәйҙәр ҡуйыла барҙы һәм был һуңынан дөйөм һөҙөмтәләрҙә сағылыш тапты ла инде.

Боронғолоҡ һәм тарих китаптарҙа сағылыш таба ла инде. Тәтешле район китапханаһы китаптарҙан торған бай йөкмәткеле күргәҙмә ойошторған ине. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендә Башҡорт ырыуҙары тарихына арнап сығарылған китаптар күргәҙмәһе айырым иғтибарҙы йәлеп итте. Ошо фестивалдә “Табын ырыуы” китабының II томының һәм Ғәли Соҡоройҙоң “Хәҙрәт шишмәһе” китаптарының исем туйы ла уҙғарылды.

Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ матур, айыҡ тормош алып барған, һыбай оҫта йөрөгән, мәргән уҡсы, физик яҡтан көслө, әсәй-өләсәйҙәребеҙ төҫкә-башҡа сибәр,зирәк фекер йөрөтөүсе, төрлө ҡул эшенә оҫта, йыр-моңға маһир булған. Ошоларҙы иҫәпкә алып “Табын батыры” һәм “Табын һылыуы” конкурстары ойошторолдо. Әйтергә кәрәк, былтыр Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарылған “Табын-фест”фестивалендә Сәйетбаба ауылынан ... Ғәзизов “Табын батыры” исеменә лайыҡ булған ине. Быйылғыһында район мәҙәниәт һарайынан билдәле бейеүсе Илшат Хәбибуллин, “Табын һылыуы” конкурсында Бәләкәй Үтәш ауылынан Әлиә Сәйғафарова район данын яҡланы. Ир-егеттәр йыр-моңда, көрәш майҙанында, ҡул көрәшендә үҙ көсөн һынаны, ат дуғарып егә белеүҙә маһирлығын күрһәтте. Һылыуҙар өсөн дә төрлө һынуҙар әҙерләгән ине. Биш батыр араһынан Илшат Хәбибуллин икенсе, алты һылыу араһынан Әлиә Сәйғафарова 1-се урынды яуланы. “Табын батыры” исеменә Архангел районынан Илгиз Рәхмәтуллин, “Табын һылыуы” исеменә Тәтешле районынан Эльвира Саҙретдинова лайыҡ булды.

Фестиваль барышында Сәйетбаба ауылының “Асанай” халыҡ фольклор ансамбленең сығышы үҙе бер биҙәк булды. Уларҙың сығышы дәррәү алҡыштарға күмделәр. Ғафуриҙар тирмәһен район мәҙәниәт һарайы менән берлектә сәйетбабалар биҙәне һәм аш-һыуҙы ла улар әҙерләне. Тирмә биҙәлеше һәм ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу күренеше йәһәтенән райондаштарыбыҙҙың сығышы башҡа райондарҙыҡынан бер башҡа өҫтөнөрәк булды.

Спорт ярыштарына килгәндә инде, шашка уйыны буйынса райондаштарыбыҙ Тәтешле спортсыларынан ғына ҡалышып икенсе урын алды. Архангел районы йәштәре өсөнсө урында. Ә бына шахмат буйынса беҙҙекеләр – беренсе, архангелдәр – икенсе, тәтешлеләр өсөн урын яуланы. Шашка уйынында Имәндәш ауылынан Салауат Түзбәков, шахматта Ҡауарҙынан Сабир Исхаҡов баш судья булдылар.Волейбол буйынса Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Рафаил Юлмөхәмәтов етәкселегендәге район йәштәре архангелдәрҙән генә еңелеп, икенсе урынға ҡалды. Ҡырмыҫҡалы спортсылары өсөнсө урында. Шулай итеп, барлыҡ төр сығыштар иҫәпләнеп, дөйөм мәрәйҙәр һаны асыҡланғандан һуң райондар араһында урындар билдәләнде. Архангел районы – беренсе, ғафуриҙар – икенсе, тәтешлеләр өсөнсө урын яуланы. Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Дәүләкән, Ауырғазы райондарына дәртләндереү Дипломдары тапшырылды. Тәтешле районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев ойоштороусыларҙы ла бүләкләп үтте. Фестиваль һуңында Ғафури табындары берлегенең идара рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин менән район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов Рушан Гәрәев ҡулынан эстафетаны – Табын-фест штандартын ҡабул итеп алды. Ғәлинур Зиннур улы менән Рауил Ғәбдрәшит улы фестивалде юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн тәтешлеләргә ҙур рәхмәт әйтеп, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы киләһе йыл ғафури ерендә күрергә теләүҙәрен белдерҙеләр. Шулай итеп, “Табын-фест-2020” Ғафури ерендә - Уҡлыҡая ҡаршыһында үтәсәк. Табын ырыуы вәкилдәре күпләп йәшәгән Ғафуриҙа ни өсөн быға тиклем был фестиваль үтмәгән, тип урынлы һорау биреүселәр булыр. Бының сәбәптәрен күптәр аңлайҙыр, тип уйлайым. Уның ҡарауы быйылғы фестивалдә иң ҙур делегация (36 кеше) Ғафуриҙан булды һәм унда ҡатнашыусылар бының өсөн район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа ҙур рәхмәт белдерә.

С. САМЫШЕВ.

Һүрәттә: фестивалдән күренештәр.

Эмиль Әбелғужин фотолары.

Читайте нас: