Миләүшә Хөснулла ҡыҙы мәктәптә белем алғандан һуң, Ҡырмыҫҡалыла бухгалтерлыҡҡа уҡып сыға. Йәш, сибәр ҡыҙҙы Аҡташ ауылы егете Илгиз Әбсәләмов оҡшатып, үҙенең ғүмерлек юлдашы итеп һайлай. Улар ҡауышып, йәмле Аҡташ ауылында матур итеп йәшәп алып китәләр. Ошо ауылда ғүмер буйы һатыусы булып эшләгән Сабит Зәйнуллин үҙенең эшен йәш киленгә ышанып тапшыра һәм яңылышмай. Бөгөн 23 йыл эш тәжрибәһе, үҙ эшенең оҫтаһы булған һатыусы Ҡауарҙы ауылында Әсмә Әбелғужинаның “Әбелғужин” магазинында һәм ҡайһы бер көндәрҙә уларҙың Аҡташтағы магазиндарында һатыу итә. Аҡташ ауылынан йөрөп эшләргә тура килһә лә, үҙ эшенән ҡәнәғәт ул. Был магазинда тауар ассортименты ла бай. Әле яңы эш башлаған Розалия Садиҡова менән алмашлап эшләйҙәр. Ауыл кешеләренең һәр береһен белеп торалар. Ҡайһы бер кеше әйбер алмаһа ла, йылмайып торған һатыусыны күрергә булһа ла кереп сыға бында.
Өлгөр ҡатын тормош иптәше менән балалар ҙа үҫтерәләр, күпләп мал да тоталар. Айгиз улдары Башҡорт дәүләт университетында, Илназ аграр университетта белем алһа, Илсиә авиация университетында уҡый. Миләүшә Әбсәләмова 27 йыл инде ҡәйнәһе менән дә әсәле-ҡыҙлы кеүек йәшәйҙәр. Кешеләргә һәйбәт мөғәләмәлә булған ҡатын һәр ерҙә лә уңған. Ихласлыҡ, алсаҡлыҡ күрһәткәс, йөҙө лә яҡты, кәйефе лә күтәренке, тауар ҙа үтә.