Юлыҡ ауылында йәшәүсе Гөлира һәм Мөхәмәтгәрәй Кинйәғоловтар 15 һауын һыйыры аҫрай. Көн дә һауып алған һөттө таҙа феләктәргә һөҙөп тултырып, шул уҡ ваҡытта бер нисә күрше-тирәһенекен дә йыйып, Еҙем-Ҡаран ауылындағы Рөстәм Ибраһимовтың һөт ҡабул итеү пунктына тапшыралар. Улар инде Стәрлетамаҡ ҡалаһына һөт заводына оҙаталар.
- Көн дә 450-500 литр, 12 феләк йыйыла инде. Һөт йыйыусылар юҡ, тапшырырға теләүселәр бар ҙа бит. Мәшәҡәтле эш булһа ла, файҙаһы ла бар, йыбанмаҫҡа ғына кәрәк, - ти Гөлира Кинйәғолова.
Хужаларҙың тырышлыҡтары йорттарынан уҡ күренеп тора. Заманса эшләнгән иркен Йорттоң бар ерендә тәртип, бөхтәлек. Өйҙә төрлө-төрлө бүлмә гөлдәре сәскә атып, йәм биреп ултыра. Илмир улдары ғаиләһе менән Себер тарафтарында йәшәһә, ҡыҙҙары Гөлкәй Өфөлә. Беҙ барғанда Мөхәмәтгәрәй ағай ҡыҙыу бесән әҙерләү менән мәшғүл ине. Мал тотҡас, ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы әҙерләп ҡалырға ла кәрәк бит. Үлән матур үҫкән, көнө генә булһын, мал аҫрап өйрәнгән Кинйәғоловтар бесәнен дә етерлек әҙерләрҙәр.
Ауылда егәрлелектәре менән айырылып торған, күптәргә үрнәк булырҙай Кинйәғоловтар кеүек уңғандар булғанда һөт ризыҡтарынан өҙөлмәҫбеҙ.