+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 17:54

Башҡортостанда иң матур ауыл билдәләнәсәк

Республикала «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсына старт бирелде.

Бәйгелә халыҡ һаны 5000 кешегә еткән Башҡортостан ауылдары ҡатнаша ала.

Быйыл конкурс өс этапта уҙасаҡ. Беренсеһендә 1 августан 15 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул ителәсәк.

Икенсе этап 2019 йылдың 1-20 сентябрендә уҙасаҡ. Унда Башҡортостан юлдаш телевидениеһы эфирында финалсылар тураһында видеояҙма күрһәтелеп, тамашасылар тауыш биреүе ойоштороласаҡ. Өсөнсө этапта иң күп йомғаҡ баһаһын алыусы биш ауыл араһынан еңеүселәр асыҡланасаҡ.

Ярышта ҡатнашыу өсөн «Башҡортостан Республикаһының Муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма аппаратына ғариза бирергә кәрәк. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, 221-се каб. Һорауҙар менән (347) 280-85-09, (347) 280-81-82 телефондарына шылтыратырға.

Конкурсы буйынса положение ассоциация сайтына ҡуйылған.


Читайте нас: