+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2019, 11:16

Ураҡҡа старт бирелде Районда “Баҫыу көнө – 2019” зона семинар-кәңәшмәһе үтте

26 июлдә райондың "Восход-СТ" ауыл хужалығы предприятиеһының Ивановка ауылы эргәһендәге баҫыуында республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында урып-йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектең алдынғы технологияларын һәм ауыл хужалығы культураларының перспектив сорттарын ғәмәлгә индереү буйынса “Баҫыу көнө – 2019” семинар-кәңәшмәһе үтте. (Районыбыҙҙағы Р.З.Бакиров етәкләгән был хужалыҡ уңышлы ғына эшләп килә, шуға ла семинар-кәңәшмәнең ошо ерҙә үтеүе осраҡлы түгел.)

Иртә менән “Баҫыу көнө”ндә ҡатнашыусылар Ғафури еренә аяҡ баҫып, иң тәүҙә ауыл хужалығының төрлө йүнәлештәрен сағылдырған бай йөкмәткеле күргәҙмәләр менән танышты.

Был мәртәбәле сарала ошо зонаға ҡараған райондар белгестәре, агропредприятиелар вәкилдәре, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр һәм ғалимдар, үҫемлекселек, малсылыҡ тармағындағы яңылыҡтар, заманса ауыл хужалығы техникаһы менән танышырға мөмкин ине. Дөйөм алғанда, республика зона кәңәшмәһендә 23 райондан һәм башҡа төбәктәрҙән 500-ләп тармаҡ белгесе ҡатнашты.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Илдус улы Фазрахманов “Баҫыу көнө”н асып, тармаҡ эшсәндәрен алда торған яуаплы мәл менән ҡотланы, бурыстарҙы билдәләне, үҫтерелгән уңыштың файҙаһын күрергә кәрәклеген белдерҙе.

- Быйыл иген культуралары уңышы һәйбәт кенә күренеп, өс миллион тонна самаһы булыр тип көтөлә. Тағы 300 мең тонна көнбағыш, 60-70 тонна рапс һәм гәрсис йыйып алыу бурысы тора. Иген хаҡы осһоҙ түгел, былтырғыға ҡарағанда юғарыраҡ. Беҙҙең алда эскпортты күтәреү йәһәтенән дә эшләйһе эштәр бар. Башҡорт ерендә етештерелгән уңышты былтыр 16 илгә һатыу мөмкинлеге булды. Уңышты һаҡлар өсөн дә келәттәр, элеваторҙарҙы хәстәрләргә кәрәк. Әлегә ауыл хужалығы ойошмаларында 3634 иген йыйыу комбайны иҫәпләнһә, тағы ла яңы комбайндар алыу күҙаллана, - тине Илшат Илдус улы. Ул шулай уҡ “Баҫыу көнө” майҙансығын бөтә Рәсәй кимәлендә һәйбәт итеп әҙерләгәндәре өсөн ойоштороусыларға, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа рәхмәт белдерҙе.

Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов районда ураҡ эштәренә әҙерлек барышы менән ҡыҫҡаса таныштырып, ауыл хужалығы тармағында уңышлы эшләгән “Сатурн” (М.Ф.Рәхмәтуллин), “Восход-СТ” (Р.З.Бакиров), “Урожай” КХ-һын (Н.М.Хисаметдинов), Ленин исемендәге колхозды (Р.В.Мөьминов) маҡтап телгә алды.

Семинар-кәңәшмәлә химия фәндәре докторы, РАН академигы, “Щелково Агрохим”дың генерал директоры Салис Добаевич Каракотовтың “Ауыл хужалығы культураларын һаҡлау системаһы”, “Рәсәй шәкәр етештереүселәре союзы” коммерциялы булмаған ойошмаһының идара рәйесе советнигы Василий Алексеевич Межевикиндың “Шәкәр баҙарын үҫтереү перспективаһы” темаһына сығыштары ла фәһемле булды. Ул 2018 йыл һөҙөмтәләре буйынса респуб-ликала иң күп шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүселәрҙе билдәләп, бүләкләп үтте.

Ауыл хужалығын матбуғатта әүҙем яҡтыртҡан һәм “Объективта - сәсеү” фотоконкурсы йомғаҡтары еңеүселәре лә бүләкләнде был сарала.

Сығыштарҙан һуң сарала ҡатнашыусылар республикабыҙҙың экспозициялары теҙелеп киткән аграр университет, “Башплодородие”, дәүләт агрохимик хеҙмәте, Россельхознадзор, “Ишембай САС” ФДБУ-һы, республика “Госсорткомиссия” ФДБУ-һы, “Щелково Агрохим”, “Агро-Альянс” МТС-ы, “Алтын башаҡ” ЯСЙ-е һәм башҡа ойошмаларҙың эш тәжрибәһе менән танышты, ҡыҙыҡһыныусыларға буклеттар таратылды.

Ауыл хужалығы тармағында тир түккәндәр өсөн бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур. “Баҫыу көнө”н уҙғарыу өсөн эксперименталь яландағы тәжрибә участкаһында махсус сәсеп үҫтерелгән, селекционерҙар тәҡдим иткән культуралар сәсеүлектәрен ҡарау ҙа фәһемле булды. Бында иген культураларының ғына ла ике тиҫтәнән артыҡ сорты тәҡдим ителгән ине. Белгестәр улар хаҡында төплө мәғлүмәт бирҙе. Һәр кем климатҡа, үҙ төбәгенә ярашлы культураларға өҫтөнлөк бирһә һәйбәтерәк, тине улар. Бында ниндәй генә сорттар юҡ: “Гренада”, “Тулайовская-108”, “Экада-113”, “Башкирская-28”, “Ватан”, “Салауат Юлаев”, “Нерда”, “Ульяновская-105” һәм башҡалар.

Башҡортостан ғалимдары төрлө ауырыуҙарға бирешмәй торған бәрәңгене лә тикшереп, уларҙы өйрәнеү эше алып баралар. Был күргәҙмәлә тиҫтәләрсә йыл һынау үткән бәрәңге үҫентеләре, орлоҡтары ҡуйылғайны. Мәҫәлән, “Алексеевский” сортын ғына дәүләт теркәүенә индереү өсөн 18 йыл самаһы ваҡыт киткән. Уның бер төбөнән ике килограмдан ашыу уңыш йыйып алырға мөмкин. Шулай уҡ еләк, ҡыуаҡ үҫентеләре күргәҙмәһен ҡарау ҙа ҡыҙыҡлы булды. Һәр кем емештәрҙән ауыҙ итеп тә ҡараны.

Хәҙерге заманда ер кешеһенең эше тулыһынса автоматлаштырылған. Ауыл хужалығы техникалары ла үҫешә, быны күргәҙмәгә ҡуйылған төрлө-төрлө техникаға ҡарап та әйтергә була. Уларҙың ниндәйе генә юҡ?! Көс-ҡеүәте яғынан да, компьютерлаштырылған булыуы менән дә, кабинала уңайлыҡ шарттары ла һоҡланғыс. Бындай техниканы йүгәнләрлек белгестәр ҙә, еребеҙгә ысын хужалар ҙа үҫтереү хәстәрен күрергә кәрәк, тигән фекергә килде күптәр.

Ергә хөрмәт менән ҡараһаң, хөрмәт итһәң, тырышлыҡ һалһаң һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Семинар-кәңәшмәлә алдынғы ауыл хужалығы производствоһы практикаһын киң таратыу, урып йыйыу эштәрен алып барыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыу темаһы “ҡыҙыл еп” булып үтте. Сараның һуңында ураҡҡа төшөүгә старт бирелеп, комбайндар баҫыу һыҙығына баҫты. Һауа торошо ҡулай тороп, был һынауҙы ла уңышлы башҡарырға яҙһын, игенселәр, тип фатиха бирелде семинар-кәңәшмәлә. “Баҫыу көнө-2019” эстафетаһы тантаналы шарттарҙа Кушнаренко районына тапшырылды.


Читайте нас: