Сараға республиканың 41 районынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән 200-ләп ҡунаҡ килә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Башҡортостан “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар килеүе лә көтөлә.
Райондың 17 ауылында Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмалары булдырылған. Шуларҙан Сәйетбаба, Имәндәш, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Үзбәк, Красноусол, Родина, Ерек, Яугилде, Мәндем, Табын, Еҙем-Ҡаран ауылдары иң әүҙем булыуҙары менән айырылып торалар.