+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 11:30

Афарин, Илнар!

“Хәрби частың техник ротаһында хеҙмәт итеүсе прапорщик Илнар Әбсәләмов үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтеп, коллективта үҙ бурысына яуаплы ҡараған, тыңлаусан, тәртипле һалдат итеп танытты.

Хәрби әҙерлек, хәрби спорт нормативтары буйынса һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшә, оҫта ойоштороусы ла. Хәрби часть командирының һәм етәкселәрҙең бойороҡ, күрһәтмәләрен еренә еткереп үтәгән өсөн күп тапҡырҙар маҡталып, Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды. Өлгөлө һалдат булараҡ Илнар Илгиз улы артабан ФСБ, ФСИН, МВД, МЧС, сик һағы ғәскәрҙәре, таможня өлкәләрендә хеҙмәт итеүгә, шулай уҡ юғары уҡыу йортона конкурсһыҙ уҡырға инеүгә тәҡдим ителәсәк. Әлеге көндә ул личный состав етәксеһе вазифаһына тәҡдим ителде.

Хөрмәтле Рәмзиә Хатмулла ҡыҙы һәм Илгиз Сәйфетдин улы, улығыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ, уға дөрөҫ тәрбиә биреп, уны ышаныслы Ватан һаҡсыһы итеп тәрбиәләгәнегеҙ өсөн Һеҙгә хәрби часть командованиеһы исеменән рәхмәт белдерәбеҙ.”

Йөҙимән ауылында йәшәүсе Рәмзиә менән Илгиз Әбсәләмовтар Хабаровск өлкәһендә хеҙмәт иткән Илнарҙың командиры, полковник В. Чураев исеменән ошондай йөкмәткеле Рәхмәт хаты алып, сикһеҙ шатланды. Әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем дә Илнар уңыштары менән ата-әсәһен, туғандарын һөйөндөрөп кенә торған. Аграр университетты уңышлы тамамлап, ветеринар табип һөнәренә эйә булған. Әрме хеҙмәтенә саҡырылғанға тиклем йәш белгес һөнәре буйынса Ауырғазы районында эшләгән. Өҫтәүенә, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм дәүләт идаралығы факультетында уҡып йөрөгән. Әбсәләмовтарҙың шатлығын уртаҡлашып, Илнарҙың артабан да һынатмауын, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яулауын теләргә генә ҡала.

М.ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас: