+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 11:16

Ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәр

Йыл һайын августың беренсе йәкшәмбеһендә илебеҙҙә Тимер юлсылар көнө билдәләнә. Районда эшләп килгән Аҡкүл тимер юл станцияһы коллективы, замана шауҡымына ҡарамай, әүәлгесә тырышып, дәртләнеп эшләй. Һөнәри байрамдары алдынан эшмәкәрлектәре менән станция начальнигы Светлана Миңлегәрәй ҡыҙы Шәрәфетдинова таныштырҙы:

-Тимер юлсыларҙың эше яуаплы ла, ауыр ҙа булыуы һәр кемгә билдәле. Шуға ҡарамаҫтан, үҙебеҙгә йөкмәтелгән бурысты намыҫлы үтәргә тырышабыҙ. Тәү сиратта был, әлбиттә, пассажир һәм йөк ташыу поездарының хәүефһеҙ һәм тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәтен тәьмин итеү. Икенсенән, дөйөм һәм дөйөм булмаған ҡулланылыштағы поездарҙы юлға ҡуйыу һәм таҙартыу буйынса производство-маневр эштәрен уҙғарыу. Шуға күрә беҙҙең тимер юл станцияһында төрлө һөнәр эйәләре: юлсы, электрик, механик, энергетик, элемтәсе, юл монтерҙары кеүектәр бар. Станция буйынса ике дежурный: Ләйсән Батталова менән Рәйес Әсфәндийәров эшләй.

Аҡкүл станцияһы аша ҡала яны “Өфө-Стәрлетамаҡ”, “Стәрлетамаҡ-Ҡарлыман” маршруттары йөрөй. Билеттарҙы вагонда ҡулаҡсаға ла, карта менән дә, почтала йәки Интернет аша бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ алырға мөмкин. Аҡкүл аша үткән “Өфө-Ташкент” поезы беҙҙең станцияла туҡтап тормай.

Йөк ташыу, тейәү-бушатыуға килгәндә, Аҡкүл элеваторына иген, Талбазы кирбес заводына сеймал – шлак, ауыл хужалығы предприятиеларына минераль ашламалар, Башҡорт яғыулыҡ инвестиция компанияһының продукцияһы һәм башҡалар ташыла. Станция базаһында эшләгән “Регион-Ресурс” ЯСЙ-һе тауар вагондарына йөктәр тейәү-бушатыу менән шөғөлләнә.

Уҙған йылдың сентябрендә беҙҙең станцияға “Ташыу процесының хәүефһеҙлеген һәм ышаныслылығын гарантиялы тәьмин итеүсе объект” тигән статус бирелде. Быйыл май айында уны тағы ла иҫбатланыҡ. Был юғары баһаны алыуҙа юл мастеры Владимир Николаевич Юшиндың хеҙмәте ҙур булды.

Коллективта эшләүселәргә дәртләндереү саралары ҡулланыла. Сәләмәтлеген нығытырға теләүселәргә санатор-курорт путевкалары, поезда бушлай йөрөү мөмкинлеге, күп балалы ғаиләләргә торлаҡ алыу өсөн субсидия бирелә, ойошмала оҙаҡ эшләүселәр һәр 5 йыл һайын премия менән бүләкләнә.

Форсаттан файҙаланып, пассажирҙарға уңайлы ла, осһоҙ ҙа тимер юл транспорты барлығын онотмауҙарын, уның менән йышыраҡ файҙаланыуҙарын теләйем. Ә инде коллективты һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яуаплы эштәрендә ҙур уңыштар теләйем.


Читайте нас: