+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 11:51

Август

Иҫтәлекле даталар 1 – Инкассаторҙар көнө - Беренсе донъя һуғышында (1914 - 1918) һәләк булған Рәсәй яугирҙарын иҫкә алыу көнө 2 – Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө 4 - Тимер юлсылар көнө 9 - Бөтә донъя аҫаба халыҡтар көнө 10 – Физкультурниктар көнө - Ғәрәфә көнө 11 – Ҡорбан ғәйете - Төҙөүселәр көнө - Башҡортостан умартасылары көнө 12 – Хәрби-һауа көстәре көнө - Халыҡ-ара йәштәр көнө 15 – Археологтар көнө 18 - Рәсәй һауа флоты көнө 22 - Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө 25 - Шахтерҙар көнө 27 - Кино көнө 29 – Ядро һынауҙарына ҡаршы халыҡ-ара хәрәкәт көнө 31 – Мөхәррәм айы башлана. Яңы 1441 һижри йыл башы. Юбилейҙар 1 – Билдәле ғалим, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, РФ юғары профес- сиональ белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Әхәт Вилдановҡа 75 йәш (1944) 2 – 80 йыл элек (1939) “Советтар Союзы Геройы” миҙалы булдырыла. Шул уҡ йылдың 16 октябренән ул “Алтын Йондоҙ” миҙалы тип атала башлай 4 – Яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡовтың тыуыуына 85 йыл (1934 - 1938) - Шағир Марис Нәзировтың тыуыуына 70 йыл (1949 - 2013) 5 – БР-ҙың халыҡ артисы Линар Әхмәтвәлиевкә 60 йәш (1959) 7 – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ойошторолоуға 30 йыл (1989) 8 - БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты, режиссер Мөсәлим Күлбаевҡа 50 йәш (1969) 12 – Өфөлә губерна архивы – хәҙерге БР Милли архивы төҙөлөүгә 100 йыл (1919) 14 – Медицина фәндәре докторы, профессор Шамил Зариф улы Заһиҙуллинға 75 йәш (1944) 15 – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл (1899 - 1943) 18 – Башҡортостан Республикаһының элекке Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа 65 йәш (1954) 22 – Башҡортостандың күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Шәрәфетдин улы Аҡназаровтың тыуыуына 95 йыл (1924 - 2000) 23 – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхиәр Хәкимдең тыуыуына 90 йыл (1929 - 2003) - Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Совет ғәскәрҙәренең немец-фашист илбаҫарҙарын Курск һуғышында еңеү көнө (1943) 24 – Легендар спортсы, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры Харис Монасип улы Йосоповтың тыуыуына 90 йыл (1929 - 2009) 29 – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы, профессор Суфиян Поварисовтың тыуыуына 95 йыл (1924 - 2016) Һынамыштар *Август айында аяҙ булһа, көҙ бысраҡ килер. * Августа ҡара әрем тамырының тармаҡтары йыуан булһа, киләһе йыл арыш уңыр.* Бер урындан икенсе урынға күсеп күк күкрәһә, боҙ яуыр.

Читайте нас: