+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Август 2019, 11:41

Сигеүҙәрҙә күҙ нуры

Минең өләсәйем-Әлмира Минияр ҡыҙы Вәлиева ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Ул ашъяулыҡтар, мендәр тыштары, панно, ҡулъяулыҡтар сигеү менән мауыға. Уның эштәре республика һәм район кимәлендә үткән сараларҙы, һабантуй тирмәләрен биҙәп тора. Өләсәйем Конгресс-холда ҡул оҫталары күргәҙмәһендә лә ҡатнашты. Сигеүҙәре "Нефтселәр" мәҙәниәт һарайында уҙғарылған Науруз байрамына ла йәм өҫтәне.

Миңә өләсәйемдең сигеүҙәре бик оҡшай. Был һөнәргә ул мине лә өйрәтә башланы.Үҙенең киргеһен биреп, беренсе сигеү юлдарын һалырға өйрәтте лә инде.

"Өләсәй, ниңә һин гел сигеү менән шөғөлләнәһең?"- тигәс, ул яуап итеп бына нимәләр һөйләне. "Сигергә, ырғаҡ менән селтәр бәйләргә әсәйем бала саҡтан өйрәтте. Ҡарт өләсәйемдән ҡалған ҡомартҡы-сигелгән түшелдереген ул миңә иҫтәлеккә ҡалдырҙы. Элек буш ваҡытта ҡыҙҙар гел ҡул эштәре менән була торған ине. Һәр кешенең күңеленә ятҡан бер шөғөлө, файҙалы эше булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына кешенең күңеле ял итә, йырлай. Бына миңә сигеү, туҡымаға биҙәктәр һалыу бик яҡын. Эштәремдең һәр береһе миңә ҡәҙерле, сөнки уларҙа минең күҙ нурҙарым,"-тине.

Өләсәйемдең күпме күҙ нуры түгелеүе, күңеле нисек йырлауы ҡул эштәренән күренә. Был ысынлап та һоҡланғыс оҫталыҡ!

Миләүшә Мирхәйҙәрова,

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3-сө класс уҡыусыһы.

Читайте нас: