Уңған хеҙмәткәр быйыл ойошмала эшләүенең 25 йыллығын билдәләй. Ошо йәһәттән уны дәртләндереүсе премияға ла тәҡдим иткәндәр. Светлана Минлегәрәй ҡыҙы әйтеүенсә, Роза Федорова үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Ҡышын бында ҡар-боҙ, йәйен сүп-сар күрермен тимә, территория кәртәләп алынмаған булһа ла, клумбаларҙа матур-матур сәскәләр үҫтерергә лә мөмкинлек таба ул. “Эшемде яратып башҡарам, хеҙмәтемдең һөҙөмтәһен күреү, етәкселәрҙең эшемде баһалай белеүҙәре тормошомдо мәғәнәле итә. Ике балам да Өфө тимер юл техникумын ҡыҙыл димломға тамамлап, улым пассажир поезы машинисы, ҡыҙым Аллағыуат тимер юл станцияһында баш белгес булып эшләй. Коллективыбыҙ берҙәм, татыу, шуға ла эшкә ҙур теләк менән йөрөйөм”, - ти Роза Федорова.