Алтынбикә сәсәниәнең яҡшылыҡты, изгелекте данлаған, тыуған еренә, туған теленә мәҙхиә йырланған, рухи асылыбыҙға ҡайтырға, юғары әхлаҡлы булырға саҡырған, илһөйәрлек менән һуғарылған шиғырҙары әҙәби берекмәләр сығарған йыйынтыҡтарҙа ла, матбуғат баҫмаларында ла донъя күреп тора. 50-гә яҡын шиғырына көй яҙылған.