-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 11:31

“Трактор” айлығы бара

БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 10 июлендәге 708-се бойороғона ярашлы, 15 июлдән 16 авгусҡа тиклем республика биләмәһендә, шул иҫәптән беҙҙең районда ла “Трактор” исеме аҫтында профилактик айлыҡ иғлан ителде. Айлыҡ үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда төрлө хаталарҙы булдырмауҙы шарт итеп ҡуя. Йыл һайын рес-публикала бындай осраҡтар булып тора. Быйыл ғына ла 7 шундай хәл теркәлгән.

Районда 1141 үҙйөрөшлө машина теркәлһә, уларға тағылмалар һаны – 208. Иң күбе берәмеккә шәхси тракторҙар иҫәпләнә, улар - 810.

Айлыҡ сиктәрендә “Гос-технадзор” инспекцияһы начальнигы Сергей Лукин менән Сәйетбаба, Имәндәш, Бурлы, Красноусол, Яңғыҙҡайын, Аҡкүл, Бельский ауыл биләмәләренә рейдҡа сыҡтыҡ. Рейд барышында тәгәрмәсле ауыл хужалығы техникаһын һәм уларға тағылмаларҙы йөрөтөүгә, идара итеүгә таныҡлыҡтар, техниканың техник торошо, “ОсаГо” полисы булыуы, теркәлеү документтары тикшерелде.

Ауылдарҙа мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙыу мәле булғанлыҡтан, бар техника баҫыу-яландарҙа ине. “Агрохим”, “Урожай” хужалыҡтарының беҙ туҡтатҡан техникалары ла, документтары ла тәртиптә булды. Йөҙимән яланында бесән сабып йөрөүсе З.Ишбулдиндың тракторы ла, сапҡысы ла яңы. Документтары үҙ урынында. М.Шәрәфетдиновтың ҡайһы бер документтарын тәртипкә килтереү өсөн оҙаҡҡа һуҙмай “Гостехнадзор” инспекцияһына килеүе һоралды. Ә Имәнлек ауылы эргәһендә бесән эшләп йөрөгән Уҫман ауылы кешеһе Х.Суфияновтың “МТЗ-80” тракторына документтары булмауы асыҡланды. Уға ла кисекмәҫтән инспекцияға килеп, теркәлеү үтергә кәрәклеге аңлатылды. Юрмаш ауылы эргәһендә улдары менән бесән эшләп йөрөүсе атай кешенең документтары ла, тракторы ла тәртиптә булһа ла, ул бесән тейәгән ваҡытта бәләкәй улын рулгә ултыртып ҡуйып “эләкте”. Уға С.Лукин хәүефһеҙлек сараларын күрергә саҡырҙы. Ҙур бәләләр күп ваҡытта ошондай бәләкәй вайымһыҙлыҡтан килеп сыға ла инде.

Эйе, бындай тикшереүҙәрҙең файҙаһы ҙур, тракторсылар үҙҙәренең техникаларын да, документтарын да тәртиптә тоторға тырыша, был үҙ сиратында яуаплылыҡ та тәрбиәләй. Бындай рейдтарҙың маҡсаты ла штраф һалып, яза биреү түгел, ә закон боҙоуҙы иҫкәртеү булып тора. Кемдеңдер ғәйебе менән башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар зыян күрмәһен, сөнки тәгәрмәсле тракторҙар баҫыуҙа ғына түгел, ә юлдан да йөрөгәнен оноторға ярамай. “Гостехнадзор” инспекцияһы начальнигы әйтеүенсә, бындай рейдтар әлеге айлыҡтан тыш та үткәреләсәк. Шуға ла тракторыңды, документтарыңды тейешле тәртипкә килтер ҙә, тыныс күңел менән хәүефһеҙ юлыңды дауам ит.


Читайте нас: