+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 11:35

"Йәйғор"ҙа балҡыны балалар

Район мәҙәниәт һарайында балалар һәм үҫмерҙәр араһында “Йәйғор” ижади конкурсы үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү, вокал жанрҙарын үҙ эсенә алған конкурста балалар туғыҙ номинацияла сығыш яһаны. Каникул булыуға ҡарамаҫтан, әҙерлекле килгәндәр конкурсҡа. Сараны Елена Рябова, Лиана Муллагилдина, Елена Семенович матур, йәнле итеп алып барҙы. Жюри составында эшләгән Таһир Искәндәров, Хызыр Нәзиров, Рәмил Ҡотдосовҡа иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңелдән булмағандыр.

“Әҙәби һүҙ” номинацияһында һигеҙ кеше ҡатнашып, һәр береһенең сығышы һоҡланғыс булды. Игенйылғанан Инсаф Йәнбәков менән Илдар Дәүләтшин М.Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәренән өҙөк күрһәтеп, ошо номинация еңеүсеһе булдылар. Ҡауарҙы ауылынан Гөлшат Бәшированың сығышы ла барыһының күңеленә хуш килде. “Вокал” номинацияһында Курорттан Айсара Искәндәрова үҙенең йырын, көйөн башҡарып еңеүсе булды. “Спорт төрө” буйынса Аҡкүлдән 16 йәшлек Игорь Йәнешев 16 килограмлы герҙе 40 тапҡыр күтәрҙе, бүтән уға тиңләшеүсе табылманы. “Гимнастика һәм акробатика” буйынса Ҡауарҙы ауылынан Алһыу Нәзированың сығышы ла һоҡланғыс булды. “Халыҡ бейеүҙәре” номинацияһында Имәндәш ауылынан үҙе бейеүҙәр һалыусы Айһылыу Рәшитованың бейеүе һәр кемгә оҡшаны. “Үҙенсәлекле жанр”ҙа Ибраһим ауылынан Сыңғыҙ Килмөхәмәтов таштан һүрәт төшөрөп күрһәтте. Уның үҙенсәлекле эшен тамашасылар көслө алҡыштарға күмде. “Зауыҡлы кейем күрһәтеүҙә” һәр кем үҙе теккән күлдәктә сәхнәгә сыҡты. Үтәк ауылынан Вәсилә Хафизованың күлдәге барыһына ла оҡшаны. “Музыкаль инструментта” уйнаусылар ҙа күп кенә булды. Шулар араһынан Ташбүкәндән Самира Ибәтуллина номинацияла билдәләнде. “Эстрада бейеүе”ндә Игенйылға балаларының бейеү коллективы (етәкселәре Миңнияр Ҡорманғолов) матур сығыш яһап, ошо номинацияла еңеүгә өлгәште. Ә инде Аҡкүлдән килгән Аида Вахитова “Бишбармаҡ” башҡорт бейеүен оҫта башҡарып, “Йәйғор” ижади конкурсының Гран-прийын алыуға өлгәште. Еңеүселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды.

Был конкурс көткәндән дә киңерәк ҡолас алды. Кемдер беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡһа, кем өсөндөр сәхнәгә сығыу бер нимә лә тормай. Ошондай бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар бер-береһен күреп, илһамланып, сығыш яһарға көс-дәрт алалар ҙа инде. Киләсәктә лә бөгөнгө ҡаҙаныштар менән генә туҡталып ҡалмай, һәләттәрҙе асып, үҫтереп, йәйғор төҫөндәй балҡытырға кәрәк.


Читайте нас: