+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 11:16

Йылытыу миҙгеленә әҙербеҙ

Әле райондың халыҡты хеҙмәтлән-дереүсе коммуналь хужалыҡтарында көҙгө-ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәренең ҡыҙыу барған сағы. Әҙерлек хаҡында мәғлүмәт алыр өсөн “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Олег Сергеевич Афанасьевҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:

Билдәле булыуынса, беҙҙең күп тармаҡлы предприятие халыҡты һыу, йылылыҡ менән тәьмин итеү эштәрен башҡара.

2015 йылдан бирле күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндереү ҙә беҙҙең ҡарамаҡта. Бөгөнгө көнгә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барыла. Планға ҡарата үтәлеш яҡынса 70 процент тәшкил итә.

Йылылыҡ менән тәьмин итеү

Беҙҙең ҡарамаҡта булған 12 ҡаҙанлыҡтың 8-е автоном режимда эшләй, йәғни бар күрһәткестәр диспетчер пунктына тапшырыла. Әлеге көндә 9,3 км оҙонлоҡтағы селтәрҙәрҙе йылытыу миҙгеленә әҙерләйбеҙ. 324 м арауыҡта торбалар яңыртылды, 2-се һанлы ҡаҙанлыҡта капиталь ремонт эштәре бара. Коммунистик, Блюхер, өлөшләтә Калмыков урамдарындағы һыу селтәрҙәрен алыштырырға планлаштырабыҙ. Бынан тыш предприятие 30 белем биреү һәм 6 мәҙәниәт учреждениеһын хеҙмәтләндерә. Йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә августа Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһының ҡаҙанлығында капиталь ремонт эштәре башланды. Бар ҡаҙанлыҡтарҙа ла ағымдағы ремонт үтә. Әлеге көндә мөрйәләр таҙартыла, коррозияға ҡаршы эшкәртелә һ.б. Һаман да актуаль булып ҡала килгән 2-се һәм 6-сы һанлы ҡаҙанлыҡтарҙы реконструкция-

лау буйынса федераль инвестиция программаһына инеү мөмкинлеге бар.

Һыу-канализация хужалығы

Предприятие ҡарамағындағы 11 артезиан скважина, насос станцияһы, 48 км оҙонлоҡтағы һыу селтәрҙәре, биологик таҙартыу ҡоролмаһы һәм 8,9 км оҙонлоҡтағы канализация селтәрҙәре тейешле кимәлгә еткерелә. Быйыл “2017-2019 йылдарҙа Красноусол ауылын һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялау” инвестиция программаһына ярашлы, Көнбайыш тыҡрығында 165 м арауыҡта яңы 63 мм диаметрлы полиэтилен торбалар һалынды, ҡойолар алыштырылды (420 мең һум). План буйынса Дуҫлыҡ урамында 518 м арауыҡтағы 110 мм диаметрлы торбалар (908 мең һум), Төлкәҫ, Тыныслыҡ урамдарында 675 м арауыҡта 110 мм диаметрлы торбалар (1426 мең һум) яңыртыла. Бынан тыш, июль айының икенсе яртыһында Йәштәр биҫтәһенең Чушкин (район хакимиәтенең финанс ярҙамы менән), С.Юлаев, Энтузиастар, Богоявлен, Патриотик, Берҙәмлек урамы һәм тыҡрығы, Спорт урамдарын (ҡайһы берҙәрендә өлөшләтә) һыу менән тәьмин итеү буйынса эштәр башланды.

Финанс мөмкинлектәргә ҡарап ҡалған урамдарҙа ла эштәр дауам итәсәк. Һыу селтәрҙәрен реконструкциялауҙың 2020-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ киләһе инвестиция программаһы 5 миллион 264 мең һумға иҫәпләнгән. Был аҡсаларҙың 1700 һумы 2020 йылда үҙләштереләсәк.Ремонт үтәсәк урамдар исемлеге әлегә асыҡлана.

Идарасы компания булараҡ, 19 күп фатирлы йорттоң (дөйөм майҙаны – 15,334 кв.м) ҡышҡа әҙерлеге лә беҙҙең өҫтә. Уларҙа ағымдағы ремонт эштәре (йылытыу пункттары, һыу, электр селтәрҙәре торошон тикшереү) уҙғарыла.

Быйыл республика бюджетынан 4114 мең һәм райондыҡынан 1811 мең һум субсидия алдыҡ. Был аҡсалар газ һәм һыу буйынса бурыстарҙы ҡаплатыуға йүнәлтелде.

Башҡарылған эштәр ҡышҡа әҙерлекле булыуыбыҙҙы күрһәтә. Сираттағы йылытыу миҙгелен дә ауырлыҡһыҙ үткәрербеҙ тип ышанам.


Читайте нас: