+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 11:11

“Зәңгәр береттар” йыйылды

Десантсы исеме үҙенә хәрби бурысҡа тоғролоҡто, яуҙарҙа һыналған дуҫлыҡты, хәрби бәрелештәрҙә һәләк булған иптәштәре хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлауҙы берләштерә. 2 август - Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө иртә менән Красноусолдағы Хәтер Аллеяһында десантсы яугирҙарға ҡуйылған аҡ парашют-һәйкәлгә тантаналы шарттарҙа сәскәләр һалыу менән башланып китте.

Артабан сара район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Бында Һауа-десант ғәскәрҙәрендә төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ, район етәкселеге, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, элекке сик буйы һаҡсылары һәм башҡалар йыйылды. Һәр ваҡыт алғы һыҙыҡта булыусылар сафҡа теҙелеп Рәсәй Гимнын тыңлағандан һуң, район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән уның төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Д.З.Ғәлимов сығыш яһап, барыһын да байрам менән ҡотлап үтте.

- Илебеҙ хәрби көстәренең элитаһы иҫәпләнгән хәрбиҙәр Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ла күләмле уҡыуҙар барышында үҙҙәренең яҡшы әҙерлекле ғәскәр икәнлеген иҫбатлай. Ҡыҙыу нөктәләрҙәге бәрелештәрҙә һауа-десант ғәскәрҙәре улар өсөн хәл ителмәҫтәй бурыстар булмауын күрһәтә. Һеҙҙең илһөйәрлек һәм тоғролоҡ сифаттарығыҙ йәш быуынды тәрбиәләүҙә лә өлгө булып тора. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем, - тине Динар Зәбир улы.

Сара барышында Ғафури һәм Ауырғазы райондары буйынса хәрби комиссар ярҙамсыһы Альберт Фәйезов, район десантсылар берлеге рәйесе урынбаҫары Олег Афанасьев, Ф.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров, һуғышсан хәрәкәттәр ветераны Андрей Мигунов, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова сығыш яһап, һәр саҡ алғы һыҙыҡта булыусыларға изге теләктәр теләп, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһон тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнауҙарын әйтеп үттеләр.

Район мәҙәниәт һарайы артистары был сараны матур итеп алып барып, үҙҙәренең йыр-моңдары менән байрамды биҙәне.

Киләһе йылда һауа-десант ғәскәрҙәренең 90 йыллығы билдәләнәсәк. Бер быуатҡа яҡын ваҡыт эсендә һауа-десант ғәскәрҙәре беренсе аҙ һанлы отрядтарҙан заманса һәм мобиль ғәскәрҙәргә тиклем оҙайлы юл үтте. “Зәңгәр береттар”ға хас батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ғәйрәт һәм хәрби оҫталыҡ, ҡуйылған бурысты теүәл, уңышлы үтәүҙең нигеҙе булып тора. Һәр саҡ шулай алғы һыҙыҡта булып, үҫеп килеүсе быуынға өлгө булып тороғоҙ.


Читайте нас: