Ҡунаҡсыл ғафуриҙар Башҡортостандың 41 районы, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Мәләүез, Күмертау, Межгорье ҡалалары, Силәбе өлкәһе ағинәйҙәрен ҡаршы алды. Мәртәбәле ҡунаҡтар: Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицина кафедраһы профессоры, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева, Башҡортостан “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Янбаева, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы телерадио сәнғәт студия-мәктәбе директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова, БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина, билдәле шағир Салауат Әбүзәр, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры Илгиз Солтанморатов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина, шағирә, журналист Лариса Абдуллина булды сарала.
Районыбыҙҙың Красноусол, Табын-Родина, Яугилде-Ерек, Еҙем-Ҡаран-Үзбәк-Баҡраҡ, Ҡауарҙы-Юлыҡ, Имәндәш, Сәйетбаба, Мәндем ауылдары ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы 8 тирмәлә ҡабул итеп, тәмле аштар менән һыйланы, милли кейем, ризыҡтар буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, башҡорт милли йолаларын күрһәтте, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Тирмәләр янында Красноусол ағинәйҙәре буҙа эшләү, сәйетбабалар – балаҫ һуғыу, яугилделәр – тәбиғи материалдарҙан панно, юлыҡтар – селтәр эшләү, мәндемдәр – ҡорот әҙерләү, еҙем-ҡарандар - бирнә һандығы әҙерләү, табындар – ҡул станогында япма туҡыу, имәндәштәр сигеү серҙәре менән уртаҡлашты. Ҡунаҡтар һәр тирмә алдындағы бай күргәҙмәләрҙе ҡараны, милли ризыҡ, биҙәүестәрҙе һатып алды. Алыҫ юлдан килгән ағинәйҙәр тирмәләрҙә сәй эсеп, тамаҡ ялғап алғандан һуң, сәхнә янына йыйылды. Йыйынды алып барыусы Юлыҡ ауылынан Альмира Яҡшыбаева шиғыр юлдары менән сәләмләп, ҡунаҡтар менән таныштырғас “Ағинәйҙәр” гимны яңғыраны. Йыйынға Үзбәк ауылы имам-хатибы Илфат Ғәлин фатиха бирҙе.
Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ҡунаҡтарҙы һәм йыйында ҡатнашыусыларҙы ихлас тәбрикләп, Гөлфиә Гәрәй ҡыҙына республика кимәлендә халыҡты изге эшкә күтәреп алға алып барғаны, дингә, тәртипкә, тәрбиәгә, айыҡ тормошҡа әйҙәгәне өсөн хакимиәттең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Район тормошо, эшләнгән һәм эшләнәсәк эштәр менән ҡыҫҡаса таныштырғандан һуң, район Ағинәйҙәр ойошмаһының бер төркөм әүҙем ағзаларын ошондай уҡ Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләп үтте.
- Оло йыйынды ойоштороп уҙғарыуға фатиха биргән һәм ҙур ярҙам күрһәткән район етәксеһе Фәнзил Фәйез улына, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙына, тирмәләр ҡорорға ярҙам иткән ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, байрамды бар иткән әүҙем, тырыш район ағинәйҙәргә, мәртәбәһен күтәргән Дәүләт Думаһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы депутаттарына сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Быйыл район ағинәйҙәр ойошмаһы эш башлауға биш йыл тула. Бөгөнгө йыйынды юбилей сараһы ла, эштәргә йомғаҡ яһау ҙа тип ҡабул итегеҙ. Районыбыҙҙың ағинәйҙәр ойошмалары эшләп килгән һәр ауылында тиерлек булып, уларҙың үҙенсәлекле эштәре менән танышып сыҡтыҡ. Улар әҙерләп күрһәткән сараларҙың ауыл халҡына, бигерәк тә үҫеп килеүсе йәш быуынға тәрбиәүи әһәмиәте, йоғонтоһо ҙур булды. Ауылдарға йәм, дәрт өҫтәүсе, талир тәңкәләй саф күңелле ағинәйҙәребеҙ мәҙәни сараларҙы, әхлаҡ-тәрбиә эштәрен, эскелеккә ҡаршы көрәште, ғөмүмән, бар эштәрҙе башлап йөрөүселәр. Киләсәктә лә берҙәм һәм бергә булайыҡ, ағинәйҙәр, - тине Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. Һәм йыйынды үткәреүгә күп көс һалған район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүесе – селтәр бүләк итте.
Артабан сәхнә түренә Имәндәш ауылы ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмилә Мәхмүтова сығып сигеү нескәлектәре, үҙҙәренең эштәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ йыйында районыбыҙ сәсәниәһе Фәүзиә Ҡотлогилдина йыйынға арнап яҙған шиғырын, Сәйетбабанан Закир Ишмырҙин “Уралым” йырын башҡарҙы.
Йыйынға килгән ҡунаҡтар “Өләсәйем һандығы” (Имәндәш), “Йыйын” (Сәйетбаба), “Ҡатыҡ тәмләшеү”(Табын-Родина) йолаларын ҡарап һоҡланды, йыр-моңдарға ҡушылып йырланы, дәртле көйгә бейергә лә төштө.
Гөлфиә Янбаева һүҙ алып ошондай матур сараны үткәреүгә булышлыҡ иткән район етәкселегенә, район ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасиповаға, иманды йөрәктәренә һеңдереп тәрбиә эштәре алып барыусы, әүҙем, һәр нәмәгә ыңғай ҡарашлы милләт әсәләре - ағинәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, ағинәйҙәр хәрәкәтенең эштәрен барланы, алдағы көндәргә уй-пландары менән уртаҡлашты, әүҙемдәргә ойошманың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Йыйын ҡунаҡтары: Зариф Байғусҡаров, Сәлиә Мырҙабаева, Лариса Абдуллина, Гөлназ Ҡолһарина, Илгиз Солтанморатов сәхнәгә күтәрелеп, төрлө төбәктәрҙән килгән ағинәйҙәрҙе, байрамды ойоштороусыларҙы бүләкләп үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалы, Рәхмәт хаттары, республика Халыҡтар дуҫлығы йортоноң, республика Ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды. Ҡул эштәре оҫталары Сәйетбабанан Альмира Вәлиева, Юлыҡтан Нәфисә Ҡужина, Мәндемдән Ғәлиә Әбсәләмова, Табындан Флүрә Килмөхәмәтова, Имәндәштән Рәмилә Мәхмүтова республика Ағинәйҙәр ойошмаһының Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр менән тәбрикләнде.
Район Советы секретары Рәшит Монасипов байрамға килеүселәрҙе сәләмләп Үзбәк ауылынан Флүрә Иҙрисова, Еректән Гөлшат Дәүләтова, Родина-Ватан ауылынан Фәнүзә Латипова, Юлыҡтан Рәйлә Юлыҡова, Имәндәштән Рәзилә Зөбәйҙуллина, Красноусолдан Гөлшат Вәлиеваны район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов бер төркөм ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Яҡташтарын Имәндәш ауылы ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Хәбибуллина тәбрикләп, Имәндәш ауылы ағинәйҙәренең “Еҙем” фольклор ансамбленә ҡумыҙҙар бүләк итте. Алыҫ араларҙы яҡын итеп иң ҙур делегация булып (20 кеше) килгән Силәбе ағинәйҙәренә лә һүҙ бирелде байрамда. Улар Силәбе башҡорттарының ҡайнар сәләмен йыр-бүләк аша еткерҙе. Стәрлебаштар ҙа байрамға буш ҡул менән килмәгән: етәкселәре Башҡорт теленең академик һүҙлеген төҙөүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән Миңнихәнә Баһауетдинова китаптар, күстәнәскә алып килгән милли ризыҡ – бауырһаҡ бүләк итте.
Йыйында ҡатнашыусылар районыбыҙҙың тәбиғәтенә, хужаларҙың ҡунаҡсыллығына, байрамдың юғары кимәлдә, күтәренке кәйефтә үтеүенә хайран ҡалып, ошондай йыйындарҙа тағы ла күрешһәк ине, тигән өмөт-ышаныста таралышты.