-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 11:15

Егәрлегә көн көйһөҙлөгө ҡамасау түгел

Бал йыйыу осоро тамамлана һәм умартасылар хеҙмәтенә барлау яһарға мөмкин. Бал алыуға өмөттәр ҙур булһа ла, 2019 йыл һөҙөмтәләре бигүк ҡыуаныслы булманы. Быйылғы уңыш былтырғының яҡынса 60 проценты, йәғни район буйынса 200 тонна самаһы булды. Күпселек умарталыҡтар рентабеллелеген һаҡлап ҡалды, әммә күстәр һаны буйынса ла, бал етештереү йәһәтенән дә зыян күреүселәр бар.

Ҡортсолоҡта бал ҡорттары тормошоноң һәр баҫҡысы бер-береһенә ныҡ бәйле. Яҙҙан ҡорттарҙы тышҡа сығарғас, күптәр мохтаж күстәргә ваҡытында иң ябай ярҙамды (ҡыҫҡартыу, йылытыу, ашатыу) күрһәтә, төп сирҙәрҙән дауалау-профилактика үткәрә алманы. Яҙ, ғөмүмән, күстәрҙең яҙғы үҫеше өсөн ҡулай килде. Бал уңышында ҡышҡы юғалтыуҙар ҙа сағылмай ҡалманы. Ҡышты көсһөҙләнеп сыҡҡан күстәр һәйбәт старт ала алманы һәм үҫешеп өлгөрмәне. Ә беҙҙең ныҡ “эшмәкәр” умартасылар Намангандан арзанлы бал ҡорто пакеттары алыуға иҫәп тотто һәм ныҡ отолдо. 20 апрелдә һатып алынған пакеттар беҙҙәге һауа торошонда тейешенсә үҫешмәне, даими иғтибар – ашатыуҙы һәм көпләнгән үрсем менән көсәйтеүҙе талап итте, ә инде көс йыйғас, айырыу хәленә килде. Күпләп айыра торғас, улар йәнә пакет хәлендә ҡалды. Бындай күстәрҙең ҡышты имен сығыры ла икеле.

Район буйынса һәр күстән уртаса 8-10 кг тауар балы етештерелде, стационар умарталыҡтарҙа унан да әҙерәк. Күсереп йөрөтөлгән умарталарҙың һөҙөмтәһе арыуыраҡ булды.

Бал алып еткермәүҙең төп сәбәбе – күстәрҙең көсһөҙлөгө. Бал йыйыр алдынан күс айырған ҡорт нисек көслө булһын? Бал ҡорто күстәренең тәбиғи үрсеүе – күпләп бал алыуға кәртә ул.

Яҙғы-йәйге үҫешеү осоронда ҡорттар етерлек күләмдә углеводлы һәм аҡһымлы аҙыҡ алманы. Ошо сәбәпле күстә ҡарышлауыҡтар сығарып ырғытылды, күп ҡорттар үҫешмәгән ҡанат менән, йә бөтөнләй ҡанатһыҙ тыуҙы. Ошондай күстән ниндәй бал көтәһең?

Рапс сәсеүлектәрен пестицидтар менән химик эшкәртеү сәбәпле бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуын да билдәләмәй булмай. Бындай эшкәртеү һөҙөмтәһендә күрелгән зыян ғәйәт ҙур. Лабораторияла раҫланған анализдар бар. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр зыянды ҡаплатыр тип ышанғы килә.

Районда үҙ һөнәрен ныҡ яратҡан, талантлы умартасылар бик күп. Шуларҙан йыл да тотороҡло рәүештә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе бер нисә кешене генә атап үтәм: М.А.Филатов, А.В.Осипов (Умартасылыҡ хужалығы), М.Ф.Әхмәтшин, И. А.Добряков, Н. П.Тюрин, П.А.Смирнов (Красноусол), Р.Ғ.Ғафаров (Яңғыҙҡайын), М.З.Килмөхәмәтов (Ибраһим), И.С.Ишбулатов (Табын), Степанов (Мораҡ).

Һуңғы йылдарҙа күп умартасыларҙың урындағы етештереүселәрҙән бал ҡорто пакеттары һәм инә ҡорт һатып алыуға өҫтөнлөк биреүе һөйөндөрә. Бер нисә йылдан районда урындағы бал ҡорто пакеттарына һорау артыр, ә көньяҡ ҡорттарын алыусылар бөтөр тип уйлайым.

Умартасыларҙың мәшә-ҡәттәре бал йыйыу менән генә тамамланмай. Алда ҡорттарҙы көҙгө көсәйтеүҙән башлап төп сирҙәрҙән (варроатоз, нозематоз) эшкәртеүгә тиклем йәнә яуаплы һәм мөһим эштәр тора.

Етеп килгән Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнө айҡанлы район умартасылар йәмғиәте идараһы исеменән райондың бөтә халҡын, умартасыларҙы, уларҙың ғаиләләрен ошо ысын мәғәнәһендә бар халыҡ байрамы менән ҡотлайым. Айырыуса хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен умартасы-ветерандарыбыҙға ет-

керге килә һәм уларға ныҡлы һаулыҡ, йәшәү дәрте, оҙон ғүмер теләйем.

Барлыҡ умартасыларға егәр-лелектәре, ныҡышмалылыҡтары, бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер тороуҙары, ошо “татлы”, әммә ауыр, мауыҡтырғыс, күп белем талап иткән һөнәргә тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең еңел булмаған, әммә халыҡ хөрмәт иткән хеҙмәтегеҙ ғафуриҙар тормошон сағыуыраҡ, татлыраҡ һәм лайыҡлыраҡ итһен.

Рәдиф ХАЛИҠОВ,

район умартасылар

йәмғиәте рәйесе.

Читайте нас: