Ҡорбан – “Аллаһҡа яҡын булыу” тигән һүҙ. Беҙ һәр ваҡыт Аллаһу Тәғәләгә яҡын булырға тейеш. Бына ошо Ҡорбан – Зөлхизә айында ер йөҙөнөң төрлө яғынан мосолмандар бер урынға йыйыла. Улар был айҙа үҙҙәренең өҫтөндәге биш фарыздың береһен – хаж ғәмәле ҡылыу ниәте менән Мәккәгә, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәдтең (с.ғ.в.) тыуған еренә, Ибраһим ғәләйһиссәләм улы Исмәғил ғәләйһиссәләмде ҡорбан итеп салам тигән урынға йыйылалар. Унда ниндәй генә төҫтә, ниндәй генә ҡиәфәттә, ниндәй генә телдә һөйләшеүсе кешеләр юҡ. Ләкин барыһын да Лә иләһә илләллаһу Мөхәмәдүр-расулуллаһ кәли-мәһе йыя.
“Аллаһҡа яҡын булыу” тибеҙ, ә нисек итеп яҡын булабыҙ һуң?
Аллаһ Сүбһәнә үә Тәғәләгә салған ҡорбаныбыҙҙың ите лә, һөйәге лә, майы ла, йөнө лә барып ирешмәй. Мөхәммәд (с.ғ.в.) был хаҡта үҙенең Хәҙисендә әйтә: “Аллаһу Тәғәләгә күңелдәрегеҙҙәге салынған ҡорбандың ҡанынан беренсе тамсыһы ергә төшкәнсе Аллаһ шул кешенең гонаһтарын ярлыҡар”.
Ибраһим (ғ.с.) Аллаһ (Т)нән: “Әгәр миңә уғыл бала бирһәң, мин шул баламды ҡорбан итеп салырға ла әҙер”, тип нәҙер әйтте. Ләкин Аллаһу Тәғәлә бәндәләрҙең ҡанын түгеүсе түгел, Ул тик Ибраһим (ғ.с.)де шул рәүешле һынаны. Ибраһим (ғ.с.) һынауҙы иң юғары сифатта үтте. Аллаһ унан разый булды. Исмәғил (ғ.с.)де атаһы ҡорбан итеп салырға алып барғанда шайтан: “Һине атайың майҙанға алып бармай, ҡорбан итеп салырға алып бара”, тип Ибраһим (ғ.с.)дең Раббыһына әйткән нәҙерен үтәүенә ҡаршы сыҡмаҡсы булды. Шунда Исмәғил (ғ.с.)дең иманына ҡарағыҙ. Ул был хәлдә лә: “Йә әбәәтин ифғәл мәә түғмәр сәтәжидуний иншә Аллаһу минәс – сабирийн”. Эй, атайым, Аллаһу Тәғәлә нимә бойорһа, шуны эшлә, Иншә Аллаһ мине сабыр итеүселәрҙән табырһың, тип әйтергә үҙендә көс тапты. Үҙ балаһын һуйырға алып барған атаның һәм һуйылырға тейешле баланың иманын Аллаһ (Т) бына шулай һынаны. Инде салам тигәндә генә Ибраһим (ғ.с.)гә: “Эй, Ибраһим, Раббыңа әйткән нәҙереңдә тоғро булдың инде, ҡорбан итеп улыңды салма, ҡуй сал”, тигән тауыш ишетте.
Шул ваҡыттан бирле беҙгә был ваҡиға байрам булып ҡалды. Кемдең мөмкинлеге бар, шуларға ҡорбан салыу вәжип ғәмәл булды. Ҡорбанды 11, 12, 13 августа – өс көн эсендә салырға була.
Байрам намаҙы 11 августа Красноусол мәсетендә иртәнге сәғәт 9-ҙа уҡыла. Рәхим итегеҙ! Изге теләктәр менән: