+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 11:11

Төҙөлөштәр бара

Августың икенсе йәкшәмбеһендә Төҙөүселәр көнө билдәләнә. Һөнәри байрамдары уңайынан район хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бу-йынса урынбаҫары Динар Зәбир улы ҒӘЛИМОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Йыл һайын тиерлек Ғафури районында күп фатирлы һәм шәхси йорттар, социаль объекттар файҙаланыуға тапшырыла йә булмаһа күп фатирлы йорттарҙа ремонт уҙғарыла. Шулай уҡ шәхси иҫәпкә коммерция торлаҡтары - күп фатирлы йорттар төҙөлөшө дауам итә. Красноусолда Тургенев һәм Фрунзе урамдарында шундай ике күп фатирлы йорт төҙөлөп бөтөп, фатирҙары һатыуға әҙерләнә.

Шуныһы һөйөнөслө, беҙҙә социаль-мәҙәни-көнкүреш объекттары ҡалҡып сыға һәм яңылары проектлана. Быйыл февраль айында төҙөлөшө бик оҙаҡҡа һуҙылған заманса Табын коррекция мәктәп-интернаты файҙаланыуға тапшырылды.

Ауылдарҙы “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыуға ҙур иғтибар бирелә. Аҡкүл ауыл биләмәһенең Ивановка һәм Войновка ауылдарына газ үткәргестәр һуҙылды. Подрядсылар – Ишембайҙағы “Струб” ЯСЙ-е һәм Благовещен “Благгазстрой” йәмғиәте төҙөүселәре үҙ эштәрен сифатлы башҡарып сыҡты.

Халыҡты үҙәкләштерелгән эсәр һыу менән тәьмин итеү буйынса ла ярайһы ғына эштәр бара. Бөгөн Красноусолдағы Чушкин урамында яңы һыу үткәргестәр монтажлана. “Йәштәр” биҫтәһендә урамдарҙа һалынған һыу үткәргестәр йыуылып опрессовкаланғас, һыу ебәреү күҙаллана. Әлбиттә, яңы биҫтәләрҙә эштәр әлегә етерлек алып барылмай, әммә тейешле инфраструктура менән тәьмин итеү артабан да дауам итәсәк. Йәнә бер нисә урам юлын, шул иҫәптән Патриотик, Берҙәмлек, Богоявлен, Спорт урамдарын быйыл төҙөкләндерергә иҫәп тотабыҙ. “Һамар” биҫтәһендәге Киров, Тау, Пархоменко урамдары юлдары ремонтланһа, Ясная Поляна, Юбилей, Туҡай, Яңы ауыл (өлөшләтә), Пушкин урамдарында иһә ремонт планлаштырыла. Район кимәлендәге юлдарға килгәндә, Бурлы – Ҡормантау йүнәлешендәге юлдарҙы ла ремонтлау күҙаллана.

БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йүнәлеше буйынса Красноусол, Табын, Бурлы, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба ауыл биләмәләрендә урам яҡтыртыу системаһын капиталь ремонтлауға бюджеттан аҡса бүленде. Уларҙың өсәүһендә был бурысты үтәп сыҡтылар.

“Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә төбәк бюджетынан бүленгән аҡсаға Красноусолдағы күп фатирлы йорттарҙың (Калмыков урамы, 9-сы, К.Маркс урамының 2, 3, 4, 5-се, Ленин урамы, 24, Соҡор урамы, 2) ихата биләмәһен төҙөкләндереү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре бара. Эштәрҙе подрядсылар Ғафури юл төҙөү-ремонтлау идаралығы һәм Өфө “ЭСИК” ЯСЙ-е башҡара.

“Ҡала мөхите” программаһы сиктәрендә быйыл дүрт йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла. Улар иҫәбендә Аэродром урамында йәйәүлеләргә юл һәм өс спорт майҙансығы: береһе – район үҙәгендә (Коммунистик урамы, 8), ҡалғандары Табын һәм Аҡкүл ауылдарында. Стәрлетамаҡ “ПГС” ЯСЙ-е подрядсы ойошмаһы бригадалары эштәрҙе башланы ла.

БР ТКХ министрлығы йүнәлеше буйынса район үҙәгендәге дүрт күп фатирлы йорттағы 12 подъезда (Фрунзе, 45/1, К.Маркс, 20, Блюхер 7/2, Гагарин 54/1) капиталь ремонт барып, шуның 10-ында төҙөүселәр эштәрҙе теүәлләй ҙә инде.

“Урындағы башлан-ғыстарҙы яҡлау” программаһы сиктәрендә Игенйылға ауылы мәҙәниәт йортон ремонтлау, Бурлы ауылында янғын депоһын капиталь ремонтлау планлаштырылған. Респуб-

лика адреслы инвестиция программаһы буйынса Красноусолда янғын депоһы төҙөлөшөн проектлау бара. Ҡауарҙы ауы-лында иһә яңы мәҙәниәт йортон төҙөү күҙаллана, проекты әҙерләнә.

Алда билдәләнгән ситтән килгән подряд ойошмаларынан тыш районыбыҙҙың – “ККХ” һәм “ТВС” МУП ойошмалары хеҙмәтен дә билдәләп китергә кәрәк. Айырыуса Ғафури ДРСУ-һы ҙур әүҙемлек күрһәтә.

Төҙөлөш ойошмаларын һәм төҙөлөш менән бәйле һөнәргә эйә булыусыларҙың барыһын да Төҙөүселәр көнө менән тәбрикләп, тәү сиратта үҙ эштәренән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереүҙәрен теләйем. Беҙ һеҙҙең менән районыбыҙҙың йөҙө йылдан-йыл күркәмерәк булһын, ауыл биләмәләрендә яңы проекттар тормошҡа ашһын, йәмле биҫтәләр, уңайлы йәмәғәт урындары, социаль-мәҙәни-көнкүреш объект-

тары барлыҡҡа килһен, йәшеллеккә күмелһен өсөн уның киләсәген төҙөйбөҙ. Эшебеҙҙең һөҙөмтәһе һәр кемдең күҙ алдында. Үҙ һөнәрегеҙҙе яратығыҙ һәм ғорурланығыҙ. Байрам менән!
Читайте нас: