+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Август 2019, 13:01

Уңыш нигеҙе - ныҡышмалылыҡ

Ғәҙәттә күптәргә ғүмерлек һөнәренә юл мәктәп йылдарында уҡ һалына. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы Марат Рәмзил улы Юнысов бәләкәйҙән спортҡа ылығып үҫкәс, мәктәптән һуң тормошон яратҡан шөғөлө менән бәйләй.

Красноусолдағы 3-сө мәктәптә уҡығанда атлап түгел йүгереп йөрөгән егет еңел атлетиканы үҙ итә, спорттың был төрө буйынса ярыштарҙа мәктәп данын районда ғына түгел, республикала ла яҡлап сығыш яһай. Самбо, дзюдо секцияларын да ҡалдырмай шөғөлләнә. Бар булмышын спортта күргән һәм унан башҡа үҙен күҙ алдына ла килтермәгән Марат 11-се класты тамамлағас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына юллана. Был уҡыу йортон, артабан Урал дәүләт физик культура академияһының Стәрлетамаҡ филиалын отличие менән тамамлаған юғары белемле белгес тыуған мәктәбендә хеҙмәт юлын башлай. Уҡыусыларында сәләмәтлектең төп сығанағы булған спортҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уята. Бында тиҫтә йылға яҡын эшләгәс, артабан хеҙмәт юлын гимназияла дауам итә һәм ҙур кинәнес менән әле лә бар һәләтен һалып балаларға спорт серҙәрен төшөндөрә. Мөғәллим балаларҙы ярата, уҡыусылары ла уның дәрестәрен көтөп ала. Уларҙың да уҡытыусылары кеүек физик һәм рухи яҡтан көслө булып үҫкеләре килә. Һәм М.Юнысов күптәренең кумирына әүерелеп, өлгө алыр кешеһе булып тора. Марат Рәмзил улының дөйөм педагогик хеҙмәт стажы - 13 йыл.

Тик торорға яратмаған Марат мәктәптәге эшмәкәрлегенән тыш, райондың волейбол йыйылма командаһында ла шөғөлләнә. 2017 йылда “Йыл уҡытыусыһы” район конкурсында ҡатнашып, лауреат була. Спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Маратҡа бирелгән Маҡтау грамоталарының, кубок-миҙалдарҙың, иҫ-тәлекле бүләктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, бер нисә тапҡыр чемпион исеменә лә лайыҡ була.

Ишле ғаилә башлығы ла ул. Уҡыусыларында ғына түгел, үҙ ҡыҙҙарында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләй. Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыу-сы ҡыҙҙары Алина менән Динара спортҡа әүәҫ, өлкәне атаһы кеүек волейболсы, кесеһе лә апаһынан ҡалышмай, спортта Ю.Гагарин кубогы призеры, икеһе лә бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнә. Һөнәре буйынса сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләгән кәләше Рәзинә Дауыт ҡыҙы ла улар менән бергә спорт ярыштарында ҡатнаша. Юнысовтар ғаиләһе районда, гимназияла үткәрелгән “Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә” конкурсында призлы урындар яулайҙар. Йәшен тулып уҙған бәләкәс Аскар ҙа үҫкәс, атай-апайҙарынан ҡалышмаҫ, уларҙың юлын дауам итер әле.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәндәй, Марат спорт менән генә шөғөлләнеп ҡалмай, күңеленә бер аҙ ял алып һунарға йөрөй, бал ҡорттары ҡарай, шулай уҡ төрлө йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай, райондың Атайҙар советы ағзаһы ла.

Бына шулай, спортта ғына түгел, тормошта ла һәр яҡлап әүҙем, тырыш, ныҡышмал булһаң, уңыш килеүен аңлап эш итә Марат Юнысов һәм булмышына тоғро ҡала.


Читайте нас: