Кистән үк башланып, төшкә лә туҡтарға йыйынмаған ямғыр сараны үткәреүгә үҙ төҙәтмәһен индерһә лә, “Табын” район гәзите менән Сәсәндәр мәктәбе берлектә ойошторған ижади бәйгелә ҡатнашыусылар районыбыҙҙың төрлө тарафтарынан Красноусолға килеп тә етте.
Район мәҙәниәт һарайына “күскән” сараға район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре матур әҙерләнгән: шағир әҫәрҙәре тупланған китаптар күргәҙмәһе ойошторғандар, һәр ерҙә шиғри рух тыуҙырыуға өлгәшкәндәр. Китапханасы Елена Сәмиғуллина иһә Мәжит Ғафуриҙың тормош, ижад юлы хаҡында йөкмәткеле сығыш әҙерләгән. Бер бы-
уаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, бөйөк шағир әҫәрҙәре һәр дәүерҙә лә заманса яңғырай, бөгөнгөбөҙгә лә ауаздаш - ошо үҙе генә лә шағирҙың даһилығы хаҡында һөйләй.
Бына һүҙ ижади бәйгелә ҡатнашыусыларға бирелә. “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Кинйәбаева менән билдәле сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина бәйгене күтәреп алыусыларҙың һәммәһенә рәхмәт белдереп, еңеүселәрҙе бүләкләүгә күсте. Бәйге иғлан ителеп бик әҙ ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар байтаҡ булды. Улар башлыса үҙебеҙҙең даими авторҙар, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары. Өлкәндәр араһында 1-се урын Юлыҡ ауылынан Рима Рафиҡоваға, 2-се урын Красноусолдан Гөлшат Вәлиеваға, 3-сө - Яугилденән Лилиә Миниязоваға бирелде. Иҙрис Вәлишин (Яңғыҙҡайын), Флүрә Хәлилова (Еҙем-Ҡаран), Фәрғәт Ғәлин (Үзбәк), Рәмил Ғимрани, Рәмилә Сибәғәтуллина (Красноусол) номинацияларҙа бүләкләнде. Ололар менән йәнәш балалар ҙа ҡатнашыуы шатлыҡлы. Бында яугилделәр әүҙемлек күрһәтеп, Азалия Мусинаға -1-се, Крис-тина Ишмөхәмәтова менән Дарина Мөхәмәтйәрова – 3-сө, ә Ватан ауылынан өмөтлө авторыбыҙ Эльвина Йәрмөхәмәтова 2-се урынға лайыҡ булды.
Халыҡ шағирының тыуған көнө матур шиғриәт байрамына әйләнде. Ошо йола артабан да дауам итһен.