-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 11:23

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалманы Районға эш сәфәре менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова килде

7 августа мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова граждандарҙы ҡабул итте һәм райондың бер нисә мәҙәниәт учреждениеһында булды. Әминә Ивней ҡыҙына мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл биләмәһе башлығы һәм Красноусол ауылы кешеләре мөрәжәғәт итте. Мөрәжәғәттәр араһында район мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт, район үҙәгендә Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы бина төҙөү, китап фондтарын комплектлау, китапханаларҙы компьютер техникаһы менән тәьмин итеү һәм башҡалар бар ине.

Тәүге булып министрға һорауын район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Елена Соколова бирҙе. Ул район мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн транспорт бүлеү һәм техник һорауҙар менән шөғөлләнер өсөн хужалыҡ-эксплуатация төркөмөн (электриктар, иретеп йәбештереүселәр, газ ҡаҙанлыҡтары операторҙары, слесарҙар һ.б.) булдырыу проблемаларын күтәрҙе.

- Мәҙәниәт һарайына капиталь ремонт һис шикһеҙ үтәсәк, - тине Әминә Шафиҡова. – Дәүләт экспертизаһы үтеп һеҙҙән те-

йешле документтарҙы алғас, эш урынынан ҡуҙғалыр тип уйлайым. Транспорт мәсьәләһенә килгәндә, “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” программаһында ҡатнашырға тәҡдим итәм. Район мәҙәниәт учреждениеларын хеҙмәтләндерәсәк хужалыҡ-эксплуатация төркөмөн булдырыу муниципалитет кимәлендә хәл ителергә тейеш.

Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Юрий Литвинцев министрға мәктәпкә яңы бина төҙөү тураһында һорау менән килгән. Уның әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеүсе балалар һаны ҡырҡа артҡан.

- Әлеге мәлдә республика кимәлендә көнөнә 500 балаға тиклем иҫәпләнгән сәнғәт мәктәбе проекты төҙөлә, - тип аңлатты Әминә Ивней ҡыҙы. – Артабан ошо проектты муниципалитеттарға тәҡдим итмәксебеҙ.

Табын ауыл биләмәһенең ауыл советының эштәргә идара итеүсеһе Ирина Крехова Табын ауылында мәҙәниәт йорто төҙөлөшө, район мәҙәниәт һарайы художество етәксеһе Елена Рябова 23-25 августа районда уҙасаҡ халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестиваленә министрлыҡ тарафынан финанс ярҙам мәсьәләһе хаҡында һорау менән мөрәжәғәт итте.

Мәҙәниәт министры ҡабул итеүгә килгән һәр кемде иғтибар менән тыңлағандан һуң, айы-рым мөрәжәғәттәр буйынса күрһәтмәләр бирҙе, хәл ителәһе һорауҙар күҙәтеү аҫтына алынды.

- Граждандарҙы ҡабул итеү министрлыҡта ла, райондарҙа ла үтеп тора. Кешеләрҙе төрлө проблемалар борсой, улар бөтәһе лә хәл ителерҙәй. Бер генә мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, -тине министр.

Район хакимиәтендәге ҡабул итеүҙән һуң, Әминә Шафиҡова Ҡарағай ауыл клубын, Таш-Аҫты ауылы янындағы респуб-лика һәм халыҡ-ара кимәлдәге саралар үткән майҙансыҡты ҡараны. Министр эш сәфәре һуңында Сәйетбаба ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлектәре менән танышты, һорауҙарға яуап бирҙе.


Читайте нас: