Йылдың-йылы шағирҙың тыуған көнөн билдәләү йолаһы йәшәй. Уға быйыл да тоғро ҡалып, мәшһүр яҡташыбыҙ М.Ғафуриҙың 139 йыллығы 2 августа тыуған ауылындағы Йорт-музейҙа Өфө, Бөрө, Бәләбәй, Мәскәү, Ҡазан, Әлмәт, Санкт-Петербург ҡалаларында йәшәүсе туғандары-яҡындары, шул иҫәптән М.Ғафури исемендәге мәҙәни Фонд рәйесе Л.М.Камаева, шағирҙың бүләре Мирсәйет Ғафури, нәҫел ебен дауам итеүсе И.Ф.Вәлиев (Әбделмәнов), район мәғариф бүлеге етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Р.Ғ.Солтанморатов һәм ауыл кешеләре ҡатнашлығында ҙурлап уҙғарылды. Мәктәп уҡыусылары әҙиптең ялҡынлы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ башҡа ҡунаҡтар: Белоруссияның Минск ҡалаһынан “Шишмә” татар-башҡорт мәҙәни мираҫы” Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе рәйесе Э.А.Левниевич, Сыуаш Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы Я.А.Мәүлетова, композитор, шағирә Р.Мөхәмәҙиева, БР һәм РФ Журналистар союзы ағзаһы Э.М.Мәүлемшина, яҙыусы, драматург, журналист Л.З.Ҡәйеповаларҙың сараға килеүе иҫтәлекле көнгә тағы ла мәртәбә өҫтәне. Был көндө шағир иҫтәлегенә баш эйеп, тыуған көнөн билдәләү уға булған халыҡ һөйөүенең, ололоҡлауының сағылышы булып торҙо ла инде.