+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 18:50

Тарих биттәренән: ИМӘНЛЕК

17 августа Имәнлек ауылында "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы була. Ошо уңайҙан ауылдың 80 йыллыҡ юбилейына ҡарата яҙылған мәҡәләне ҡабатлап баҫабыҙ.

“Һай, ошо Имәнлек үрен артылғандағы кеүек өҙәрем юл булмаҫ был тирәлә. Елмерҙәк менән Таҡаты тауҙарына менгәндә арымаған аттар ошонда арый. – ҡышлыҡ ризыҡ әҙерләр өсөн ат арҡаһына тоҡ артмаҡлап тау эсендәге Егәҙе, Толпар һәм шул тирәләге ауылдарҙан ялан яғына сыҡҡан һыбайлы ҡатай башкорттары шулай тип зарланғандар.
Йәйрәп яткан ошо һырттың иң ҡалҡыу ерендә, бер-береһенә терәк булыр хастан ҡосаҡлашҡан биш туған һымаҡ, һәр ҡайһыһы үҙенең ҡалын күкрәген ыҙғыр елдәргә ҡаршы ҡуйып, баштары күккә ашҡан биш имән-баһадир ултыра. Әлеге биш имәндән өҫтәрәк киңлеге ҡырҡ саҡрымдарға һуҙылған ҡалын урман башланып китә, ә һырттың түбән яҡ итәгенә тигеҙ рәт булып Имәнлек ауылы урынлашҡан. Ауылдың тирә-яғы ҡыйғыр ялан. Еҙем буйҙарына тиклем йәйелгән уңдырышлы баҫыуҙар күренеп ята.
Имәнлек ауылы халҡы һырт түбәһендә үҫеп ултырған биш имәндең ҡасан шытып сыҡҡанын да, уларҙы уратып буралған бураның ҡасан барлыҡҡа килеүен дә асыҡ ҡына хәтерләмәй. Элек ошо ерҙәрҙе биләгән Уҫман ауылы ҡарттары ғына белһә-белерҙәр. Ләкин улар ҙа: “Беҙ белә-белгәндән бирле һаман шул имән бура, шул уҡ ағастар. Беҙҙең атайҙарыбыҙ әле үҙҙәре йәш саҡта быларҙың шул хәлдә торғанын һөйләй торғайнылар", - тиҙәр...
Әле Пугачев менән Салауат батшаға ҡаршы күтәрелгән заманда ошо ерҙә, Имәнлек һыртында, баш күтәреүселәр менән уларҙы эҙәрләүселәр араһында ҡан ҡойошло ҡырылыш булған. Көстәр тиң булмаған. Алыш ваҡытында баш күтәреүселәрҙең етәксеһе ауыр яраланған һәм оҙаҡламай ҡанһырап үлгән. Иптәштәре һырт түбәһенә ҡәбер ҡаҙып, батырҙы аты-ҡоралы менән шунда күмгәндәр. Бынан һуң сигенергә мәжбүр булған бер төркөм башҡорттар алыҫта күренгән күкһел тауҙар теҙмәһенән айырылыбыраҡ торған ҡая артына киткәндәр һәм шул ҡая башында көрәште дауам иткәндәр. Был тауҙың хәҙерге “Уҡлы ҡая" тигән исеме фәҡәт шул дәүерҙән тороп ҡалған. Халыҡ яуҙа баш һалған батырҙы онотмаған ” Уның ҡәбере янынан үткәндә бер ус булһа ла тупраҡ һалыпкитеүҙе үҙенең изге бурысы итеп һанаған. Йылдар үткән һайын ҡәбер өҫтө үҫкән. Яҡшы кешеләр батырҙың баш осона әлеге биш имәнде ултыртҡан, тирәһен уратып бура бурағандар. Кем белә, бәлҡи ошо йөҙйәшәр имәндәр төбөндә Салауат батырҙың иң яҡын көрәштәштәренең береһе ята торғандыр?"
Был өҙөк - журналист Ғәйфулла Вәлиевтың "Совет Башҡортостаны” гәзитендә 1957 йылдың ноябрендә баҫылып сыҡҡан “Имәнлек” тигән очергынан. Автор - буласаҡ яҙыусы уны тыуған ауылының 30 йыллығына арнап яҙған булған.
Бөгөн Имәнлек ауылына нигеҙ һалыныуға 80 йыл. Үҙ дәүерендә ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисереп, данлы мәлдәрен дә, күңелһеҙ саҡтарҙы ла башынан үткәрҙе ул.
Октябрь инҡилабынан һуң Уҫман ауылынан бер төн эсендә күтәрелеп аҡтарға ҡаршы һуғышҡа киткән 94 ир-егеттән Граждандар һуғышы аҙағына ни бары утыҙлабы ғына әйләнеп ҡайта. Аслыҡ, НЭП дәүерҙәре үтеп китә, әммә крәҫтиән тормошо һис алға бармай. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу башланғас, башлыса ошо элекке партизандар Уҫмандан бүленеп сығып "Үрнәк” исемле “ерҙе бергәләп эшкәртеү берекмәһе” булып ойошалар, тора-бара ул “Ҡыҙыл партизан” исемле колхозға әйләнә. Тәүге рәйесе Лоҡман Баймырҙин була, унан һуң Хәмит Вәлиев эшләй.
Районда беренсе булып ойошҡан, күтәрелеп киткән колхоз һәр яҡлап башҡаларға өлгө булырға, ярҙам итергә тейеш тип ҡарала һәм ауылдың төп көсө булырҙай көслө ир-егеттәрҙе төрлө ауылдарға етәксе вазифаларға ебәрә башлайҙар. Мәҫәлән, Мәҡсүт Әһлиуллин – Ҡауарҙыға парторг, Ноғоман Заһиҙуллин МТС-ҡа директор, Шәрәфетдин Ғәлин Ҡотлоғужаға ауыл Советы рәйесе, уның ҡатыны Нафиғаны Бурлыға парторг (уларҙың 4 балаһы ҡарт әсәләре менән ауылда ҡала), Мөхәмәҙи Баймөхәмәтовты Ҡолҡанға колхоз рәйесе, Әхмәтша Зәйнуллинды Ҡунаҡбай ауылына колхоз рәйесе, Вәлиәхмәт Аллабирҙинды Еҙем-Ҡаранға, ә Хәлил Хөснөтдиновты Ташбүкәнгә ауыл Советы рәйесе, Ғиниәт Искәндәровты Йөҙимәнгә колхоз рәйесе итеп ебәрәләр, 5 йыл Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан Кинйәбай Дәүләтовты ГПУ-ға хеҙмәткә алалар. Ауылда уҡытып йөрөгән Ғәбдерәхим Ғүмәровты райкомға саҡыралар, Сәлимйән Шәриповты Мәскәүгә уҡырға ебәрәләр. Мөхтәр Әһлиуллин Толпарҙа парторг булып эшләгән еренән, юлда һыуыҡ алдырып, ауырып донъя ҡуя, уның урынына Ҡауарҙынан Толпарға күсерелгән Мҡсүт Әһлиуллин да шунда үлеп ҡала.
Шулай булһа ла, ауыл халҡы тырышып эшләй. Был ваҡытта баҫыуҙарҙа иген, йәшелсә ишелеп уңа, хеҙмәт көнөнә халыҡҡа хатта бал бүлеп бирәләр. (Йәшелсә баҡсаһында Файза өләсәйем Дәүләтова эшләй, инәйем Сәғиҙә Суфиянова (Дәүләтова) үҙенең Раҡия Суфиянова (аҙаҡ Әһлиуллина булып китә) менән бергәләп шунда һыу ташышып, сүп уташып йөрөгәндәрен гел һөйләй ине. Бер йыл кәбеҫтә ныҡ уңа, уны ҡайҙа ҡуйырға белмәй, ошо балалар ат арбаһына тейәп, өй беренсә таратып сығалар. Аҙаҡ колхоз идараһынан, ниңә эш көнөнә ҡарап таратманығыҙ, тип өләсәйемә тәнҡит эләгә).
Ауылдың түбән осонда бәләкәйерәк урман бар (унда нефть яғып эшләүсе двигателле тирмән ултырғанлыҡтан, исемен әлегә тиклем “Двигатель урманы” тип йөрөтәләр), уның матур ғына аҡланы йәйләүҙе хәтерләтә, унда колхозсылар өсөн ашхана, аҙыҡ-түлек һаҡларға келәт, ял ваҡыттарында китап, гәзиттәр уҡыр өсөн изба-читальня эшләй. Йәй булһа, ауыл халҡы өйөнә мал ҡаршылап, һыйыр һауырға ғына ҡайта.
Әбейҙәр ҙә тик тормай: ашхана өсөн икмәк һала, буш ҡалған ауылда бала-сағаға күҙ- ҡолаҡ булып тора, ут-күҙҙән ҡурсый.
Ауылда Ғәфүр Ғәйфуллиндың өйөндә башланғыс мәктәп асыла, унда тәүҙә Рәхим Ғүмәров уҡыта. 1967 йылда мәктәп ябыла, балалар Йөҙимәнгә йөрөп уҡый, мәктәп бинаһы медпунктҡа бирелә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары Имәнлек ауылы өсөн дә ауыр һынау осоро була. Ауылдан 45 ир-егет яуға китә, 19-ы ил азатлығы өсөн баштарын һала. Тылда ҡалғандар икеләтә, өсләтә яуаплылыҡ менән эшләй. Күп аттар фронтҡа алып кителә, техника юҡ. Көрәк менән ер ҡаҙып, игенде ҡул менән сәсеп, урып, сыбағаш менән һуғыу, яҙын 18 саҡрымдағы Баҡраҡ заготзерноһынан күтәреп иген ташыу, ҡыш булһа 40-50 саҡрымдағы урман участкаларына ағас, әрҙәнә киҫеү эшенә ебәреү - барыһы ла йәш ҡыҙҙар, ҡатындар иңенә ята.
“Ауыр, әлбиттә, иҫкә төшөрөүе күптән үткән һуғыш йылдарын. Имәнлек халҡының да күңелдәренә һалынған тәрән эҙҙәр әл' уңалып бөтмәгән. Бер заман ауылда өс кенә ир ине: етмештән уҙған Зариф бабай ҙа, уға етәрәк Ғилман бабай һәм Ишбирҙе ағай. Башҡа эшләрҙәй кешеләр - йәш үҫмерҙәр менән бисәләр генә.
- Түҙегеҙ, күп ҡалманы, бөтәһе лә һәйбәтләнер... Кешеләр бер-береһен шулай тип йыуатты һәм түҙҙеләр. Кәрәк саҡта билдәрен ҡыҫыбыраҡ быуҙылар, “Эконом" ҡушаматлы ҡырғыс менән картуф ҡырып икмәк бешерҙеләр, күтәреп-һөйрәп утын ташынылар, ләкин фронт өсөн көстәрен ҡыҙғанманылар”, - тип яҙа Ғәйфулла Вәлиев ул саҡтар хаҡында.
Һуғыштан һуң, тиҙ генә булмаһа ла, ауыл аяҡҡа баҫа башлай. Яуҙан ҡайтҡан фронтовиктар колхоз дилбегәһен үҙ ҡулдарына ала: төрлө ваҡытта Мөхәмәҙей Бәймөхәмәтов, Мәхмүт Баймырҙин, Асфат Мөхәмәтшин, Мөхәмәтйән Әхмәтшин, Лоҡман Баймырҙин колхоз рәйесе була.
1951 йылда өс күрше - Имәнлек, Йөҙимән һәм Уҫман ауылдарын ҡушып, “Урожай" колхозы төҙөлә. Ауылдағы һыйыр фермаһы Уҫманға күсерелә, бында сусҡа фермаһы өсөн нигеҙ ҡорола, ул 1953 йылда эшләй башлай. Байтаҡ йылдар үтеүгә ферма Имәнлектең данын республикала танытҡан эш урынына әйләнә. Сусҡа ҡараусы Сәлимгәрәй Суфиянов артым алыуҙа районда беренселектән ҡалмай, тырыш хеҙмәте өсөн колхозсыларҙың IV Бөтә Союз съезы делегаты итеп һайлана. Фәйзулла Мөхәмәтшин Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, Хатмулла Суфиянов III дәрәжә “Хеҙмәт даны” орденына лайыҡ була, һүрәттәре райондың Маҡтау таҡтаһынан төшмәй. Рлиф Аллабирҙин, Рәшит Атанғоловтар ҙа Маҡтау ҡағыҙҙары алып, бүләкләнеп эшләнеләр.
Мал йәнле Әмир Ғәлиәхмәтов, Насретдин Әхмәтшин, Ғосман Әхмәтовтар хужалыҡ аттарын ҡарайҙар, ошо эшкә ғүмерҙәре буйы тоғро ҡалалар.
Ауылдың механизаторҙары хаҡында бик күп һөйләргә булыр ине. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Мөхәмәт Дәүләтов тәүләп “тимер ат”ты ауыҙлыҡлаһа, уға Мәхиән Дәүләтов, Биктимер Күсәрбаев, Мөхәмәҙиәү Заһиҙуллин, Әнүәр Заһиҙуллин, Әхмәтгәрәй Әбделмәнов “эйәрә”, уларға етәге Хатмулла Суфиянов, Сабир Дәүләтов, Хәниф Аллабирҙин, Тимерғәле Күсәрбаев, Рәфит Заһиҙуллиндар ҙа колхоз баҫыуҙарында һәм тарихында үҙ эҙен ҡалдыра. Мәхиән Дәүләтов тырыш хеҙмәте менән Ленин орденына лайыҡ була.
Имәнлек заманында районда алдынғыларҙан булған Салауат исемендәге колхоздың терәк бригадаһы булып таныла. Уңған сөгөлдөрсөләр, механизаторҙар, сусҡа фермаһы, төҙөлөш бригадаһы эшсәндәре хужалыҡ иҡтисадын үҫтереүгә күп көс һала. Халыҡ дәртләнеп эшләй, йорт-ҡаралты яңырта, заманса йәшәргә ынтыла.
Әммә һуңғы тиҫтә йылдар ауыл өсөн ҙур һынау осоро булып торҙо. Яңыса йәшәү рәүеше өлгөһө булараҡ барлыҡҡа килгәнгәме, баҙар шарттарында Имәнлек ауылы баҙап ҡалғандай булды. Әкренләп ауылдағы производстволар туҡтап ҡалды. Әлбиттә, ил менән кисерелгән ауыр реформа һынауҙарын кешеләр сабырлыҡ менән күтәрергә тырыша, әммә ул үҙ эҙемтәләрен ҡалдырҙы: элекке колхозсыларҙың күптәре эш урынһыҙ, йәғни килем-сығанаҡһыҙ, бары шәхси хужалығына таянып ҡалды, “заман афәте” - - эскелек тә, бығаса күрелмәгәнсә тамыр ебәрҙе.
Ошо күҙлектән ҡарағанда, ауылдың юбилейын үткәреү - ҡоро байрам итеү түгел, ә тамырҙарҙы барлау, ғорурланыу менән бергә, киләсәк юлды асыҡлау, аныҡ ниәттәр ҡороу сараһы ла булырға тейеш. Ә был йәһәттән яҡшыға өмөт бар: ауылға иғтибар йүнәлгәне тойолоу менән халыҡ та дәртләнеп китте: төҙөкләндереү эштәре бара, һәр ерҙә байрамға дәррәү әҙерләнәләр. Эйе, байрам бер көнлөк, ә ауыл артабан да йәшәргә, һәм бына тигән итеп йәшәргә тейеш.

Зифа ҒАЙСИНА.

(“Табын” район гәзите, № 56, 12 июль, 2007 йыл).

Читайте нас: