+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 11:49

Байрамдарын ярышып үткәрҙеләр

Уҙған шәмбелә районыбыҙ спортсылары “Йәшлек” паркында төрлө спорт төрҙәрендә ярышып, Физкультурниктар көнөн билдәләне.

Еңел атлетика буйынса бәйгеләрҙә балаларҙан алып өлкәндәргә тиклем теләгән һәр кем ҡатнашып, үҙ дистанцияларында еңеүҙәр яуланы.

Футбол ярышында Красноусол студенттары командаһы еңеүҙе ҡулдарынан ысҡындырманы, Табын ауылы футболсылары – 2-се, район үҙәгенең Һамар биҫтәһе командаһы 3-сө урын яуланы.

Волейбол ярышы ла бик сәмле барҙы. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә уҙған бәйгелә ир-егеттәр араһында Красноусол ауылы командаһына – 1-се, юлыҡтарға – 2-се, Красноусолдағы 3-сө мәктәп командаһына 3-сө урын бирелде. Ә ҡыҙҙар парлашып уйнаны. Турнирҙа Рушана Насирова (КБГИ) менән Рәйлә Ғүмәрованың (2-се мәктәп) дуэты еңеүгә иреште. Вероника Сибәғәтуллина менән Розалия Хәкимова (3-сө мәктәп уҡыусылары) көмөш миҙалға лайыҡ булһа, район үҙәге мәктәптәрен тамамлаған Айгүзәл Иждиһатова менән Виктория Батыршинаға 3-сө урын бирелде.

Урам баскетболында Красноусолдағы 2-се мәктәп спортсыларына етеүсе булманы, тәүге ике урынды тап был мәктәп баскетболсылары яуланы, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһы – 3-сө урында. Ә ҡыҙҙар араһындағы бәйге 1-се мәктәп командаһы еңеүе менән тамамланды.

Спорт байрамында ҡатнашып, призлы урын яулаусыларҙың барыһы ла район хакимиәте спорт комитетының миҙалдары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.

Әлбиттә, байрам көнөндә районыбыҙ спортсылары ғына түгел, ә уларҙың тренерҙары, етәкселәре лә юғары кимәлдә бүләкләүгә лайыҡ булды. Өфөлә Физкультурниктар көнөнә арналған байрам сараһына саҡырылып, районыбыҙҙа спортты үҫтереүгә тос өлөштәрен индергән ра-йон хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Шамил Хәкимов маҡтаулы билдә, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренер-уҡытыусылары Вадим Килмөхәмәтов (футбол буйынса тренер) һәм Вил Үтәғолов (волейбол тренеры) БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!


Читайте нас: