+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 12:15

Тарих биттәренән: Үзбәк ауылы

17 августа районыбыҙҙың тағы бер ауылында - Үзбәктә "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы була. Был матур сарала ауылда мәсет һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск та асыласаҡ. Иғтибарығыҙға районыбыҙҙың боронғо ауылдарының береһенең бай тарихлы үткәндәрен барлаған мәҡәләне тәҡдим итәбеҙ.

XVIII быуат аҙағында Үзбәк ауылы Үтәш һәм Уҫман ауылдарынан ғына ҡалышып, ҙурлығы буйынса өсөнсө урында тора.
1795 йылда 35 йортта 179 кеше йәшәгән (91 ир-ат, 88 ҡатын-ҡыҙ). Ауыл халҡының төп шөғөлө малсылыҡ булған. Ат, һыйыр, кәзә-һарыҡ аҫрағандар. Умарта һәм солоҡтары булған. Иген сәскәндәр. 1816 йылғы ревизия документтары буйынса ауылда 44 йортта 235 кеше йәшәй.
Шуныһын билдәләп китергә була – уға тиклем бында бер нисә йортло ауыл булып Ҡаһаҫ араһы кешеләре йәшәгән. Әйткәндәй, был ара Сәйетбаба ауылында ла бар.
Үзбәктән һуң бында сығышы менән Яугилде (Самыш) ауылынан булған Мәсәғүт Ишкәев ғаиләһе килеп урынлаша. Ауыл кешеләре араларға бүленеп, Ҡаһаҫ, Үзбәк, Самыш араһы тип йөрөтөлә башлай. Һуңғараҡ йәнә Аҡҡош, Һәргәй, Бигәш, Ҡуян аралары өҫтәлә. Бөгөн Ҡаһаҫ араһы юҡ.
1816 йылда йорт старшинаһы булып Ҡулгун Салыкаев тора (1759 йылғы, 1831 йылда мәрхүм). Уның улы Юныс – урядник чинында була. Әйтеп китергә кәрәк, Кулгун Салыкаев ҡарамағына Уҫман, Үзбәк, Байымбәт, Яугилде ауылдары инә.
Ошо йыл Үзбәктең указлы муллаһы Ҡолҡаман Ҡәҙерғоловҡа 70 йәш тула (1830 йылда мәрхүм). Ҡолҡамандың улы Әбделсалих та 1816 йылда 28 йәшендә указлы мулла тип күрһәтелгән. 1846 йылдарҙа инде Әбделсалих указлы имам тип яҙыла. Ауылдағы тәүге мәсет шул осорҙа төҙөлгән булырға тейеш. Беренсе мәсетте Һәргәй араһынан Ғәбдрәхим исемле ауылдың хәлле кешеһе һалдыра. Ул күпләп мал аҫрай, умарта тота. Эшләгән, тырышҡан кеше ниндәй заманда булһа ла хәлле, бай йәшәгән. Ул осорҙа Самыш араһынан Ғәлин Баттал Табын волосында иң бай кешеләрҙән иҫәпләнгән. Һәргәй араһынан Ғәбдрәхим һәм Тимерғәле Рәхимовтар, Бигәш араһынан Әбделғәлим, Ғәлләметдин, Аҡҡоштан Ғәзизовтар етеш донъя көткән. Ауыл ҙурая барған. 1859 йылда ауылда 50 йортта 295 кеше йәшәй. Үзбәктең ғаиләһе лә ишәйә. Уның улы Аллағужаның (1738 йылғы) нәҫеле бөгөнгө көндә кемгә барып тоташҡанын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белеп булманы.
Үзбәктең икенсе улы Әлимғол Үзбәковтың (1734 йылғы) Рәсүл, Хәмит, Кейекбай, Саҡҡул исемле улдары тыуа. Рәсүл Әлимғоловтан бөгөнгө Рәсүлев һәм Шәрипов, Хәмит Әлимғоловтан Үзбәковтар, Саккулдан Саккулов фамилиялары барлыҡҡа килгән.
Рәсүлдең улы Мөхәмәтшәриф (1803 йылғы) 1850 йылда указлы имам була. Шул йылда Хәмит Әлимғоловтың улы Зәйниғәбдин дә указлы имам.
Аҡҡош араһынан Исламетдин Ибраһимовтың улдары һәм ейәненән хәҙерге Ғәзизов, Кәримов, Хәкимов, Вәлиев фамилиялары барлыҡҡа килгән. Исламетдин үҙе һәм бер улы, ейәне мәзин була. Исламетдиндың өс туған нәҫеле Әлмөхәмәт тә (Жәлил Кейекбаевтың алтынсы быуын олатаһы) 1816 йылда указлы мулла була. Самыш араһынан 1770 – 1775 йылдарҙағы волость старшинаһы Мәсәғүт Ишкәевтың улдары Нурдәүләттән (1774 йылғы) Нурдәүләтов һәм Ғәлиндар, Ҡунаҡкүлдән (1781 йылғы, 1816 йылда Себергә һөргөнгә ебәрелә) Ишкилдин, Шәйәхмәтов, Аҡҡулдан (1786) Аҡҡолов, Иҫәнғәлиндар фамилияһы барлыҡҡа килә.
Ниндәй генә заман булмаһын, ил именлеген, бөтөнлөгөн яҡлау һәм һаҡлау ир-егеттең изге бурысы булып тора. Беҙҙең ауылдаштар ҙа Рәсәй ғәскәре составында ҡулына уҡ-һаҙаҡ алып һәр төрлө походтарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, 1773 йылғы “польский” походта старшина Мәсәғүт Ишкәев командалығында яҡын-тирә ауылдарҙан, шул иҫәптән Үзбәктән дә ирҙәр ҡатнаша. Шуларҙың береһе - Махияновтарҙың бабаһы Әптек Заһитов.
Походтан ҡайтҡас, улар Салауат Юлаев менән бергә восстаниела ҡатнашалар. Был турала тарихи китапта яҙылған. Әптек Заһитовтың бер туған ағаһы Өмөтбай Заһитовтың улы Фәйзулла 1812 йылғы Ватан һуғышында ауылдаштары Аҡҡул Мәсәғүтов (Мәсәғүт Ишкәевтың улы) Ҡотлоғәлләм Дәүләтбаев, Ғөзәйер Ҡунаҡҡужин, Абдулғази Күҫәпов, Кинйәбулат Солтанов, Әбделхәбир Аҡсурин менән
бергә ҡатнашып, “Парижды алған өсөн” миҙалы менән бүләкләнәләр. Дауам итеп әйтергә кәрәк: Фәйзулла Өмөтбаевтың ейәне Әхмәт Мәхийәнов, Аҡҡулдың ейәне Тимерғәле Аҡҡулов 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында фашистарға ҡаршы һуғыша. Батша армияһында хеҙмәт иткән күп ауылдаштар зауряд есаул, урядник, сотник дәрәжәһе ала. Мәҫәлән, Башаров, Садиҡов, Әхмәтовтарҙың бабаһы зауряд есаул Кәлимулла Ҡәҙерғолов һалымдан азат ителә.
Старшина вазифаһын башҡарыусы Фәхретдин Үзбәковтың вариҫы Баһауетдин Үзбәков ауылда ойошторолған тәүге колхоз рәйесе була, йәғни алдынғы ҡараш, ойоштороу һәләте быуындан-быуынға күсә.
Шулай итеп, ауыл ҙурайғандан-ҙурая, үҫә, матурлана.
1906 йылда йорттар һаны 71-гә етеп, унда 356 кеше йәшәй. Йәнә ун бер йыл үтә. Ауыл әкиәттәгеләй үҫә. 110 йортта 652 кеше гөрләтеп донъя көтә. Иген сәсә, мал ҡарай. Ошо йыл илдә революция. Граждандар һуғышы. Зәһәр, аяуһыҙ елдәр Үзбәк ауылын да урап үтмәй. Өс йыл эсендә генә ун ике йорт юҡҡа сыға, 158 кешеһен юғалта, йәғни 1920 йылда 98 йортта 494 кеше йәшәй. Алда әле 1921 йылғы аслыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы. Дәһшәтле яу яланында ғына ла 59 ауылдашыбыҙ ятып ҡала. Ауыл халҡы бирешмәй, бергә булып, берҙәм булып ауырлыҡтарҙы еңә. Колхозда тир түгә. Кемдер алдынғы игенсе, ҡайһылары шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүсе, һауынсы, малсы булып дан ала, орден-миҙалдарға лайыҡ була. Уларҙың барыһының да исемдәрен ҡыҫҡа ғына мәҡәләлә һанап китеү мөмкинлеге генә юҡ.
Колхоздың иң данлы осоро Фәнил Разый улы Кәримов етәкселек иткән осорға тура килә. Тап шул осорҙа ферма ҡуралары, машина-трактор паркы, иген келәттәре, ырҙын табағы, идара йорто төҙөлдө. Унан һуң килгән Ғәлинур Ғәлин етәкселек иткәндә лә “Ағиҙел” хужалығы юғары уңыштарға иреште. Тап Ғәлинур Ғәлин тырышлығы менән ауылға газ үтте, урамдарға асфальт түшәлде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманында гөрләп торған хужалыҡ бөгөн юҡ. Фермаларҙа елдәр уйнай, комбайндар баҫыу иңләмәй. Ауыл халҡы һаман да элеккесә бер-береһенә терәк-таяныс булып, бергә булып заман ҡаршылыҡтарын еңергә тырыша әле. Әммә ауылда кеше йәшәмәгән йорттар һаны арта – шуныһы аяныс. Бөгөн ауылда 130-ҙан ашыу йорт булып, унда 285 кеше йәшәй. Гөрләтеп донъя көткәндәре лә әҙ түгел. Бигерәк тә ауылдың киләсәге булған йәштәрҙең донъя көтөргә тырышыуы, ауылым тип янып йөрөүселәрҙең булыуы һөйөндөрә. Килер көндәргә өмөт бирә.

Фәрғәт ҒӘЛИН,
Һаҙый ЮЛМӨХӘМӘТОВ.


Читайте нас: