-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 11:32

Юлыҡта хәләл ризыҡ етештерелә

Изге йома көндө, йәғни 9 августа Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең Юлыҡ ауылында “Хәләл-Еҙем” ауыл хужалығы кооперативының (СПоК) итле ярымфабрикаттар етештереү цехы үҙ ишектәрен асты. Ауылдағы элекке буш торған магазин бинаһында урынлашҡан цех төҙөкләндереүҙән һуң өр-яңы төҫ алған.

Бында 11 кеше эшләйәсәк, шуларҙың алтауһы ҡатын-ҡыҙ: Юлыҡтан Әминә Яҡшыбаева, Рәүилә Вәлиева, Гөлфинә Юлмөхәмәтова, Рәсимә Ҡужина, Һабайҙан Айгөл менән Эльмира Ғафаровалар билмән, манты, голубцы, чебурек, өсмөйөш һәм башҡа итле ярымфабрикаттар етештерә. Артабан ассортиментты байытырға ла уйлашалар. Эшләү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған: һыйыр ите түшкәләре, етештерелгән ризыҡтарҙы туңдырыу өсөн һыуытҡыс камералар, һыуытҡыс, туңдырғыс, ит бүлеү, үткәреү, ҡамыр баҫыу, йәйеү, киҫеү ҡоролмалары, ғөмүмән, бар кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгәндәр. Продукция сауҙа нөктәләренә сифатлы килеш барып етһен өсөн тағылмалы һыуытҡыс камераһы һатып алынған. Ихатаһында киоск та урынлаштырылған, был да һатып алыусыларға уңайлылыҡты күҙаллай. Әйткәндәй, “Хәләл-Еҙем” ризыҡтарын Красноусолда “Иман нуры” кибетендә һатып алырға мөмкин.

Хәләл ризыҡтар етештереләсәк цехтың изге көндә, шулай уҡ Изге Ҡорбан байрамы алдынан асылыуын билдәләп, Юлыҡ ауылы имам-хатибы Салауат хәҙрәт Юлыҡов аяттар уҡып, фатиха бирҙе. Һәм бында эшләүселәр беҙҙе, йәғни ауылдаштарын, райондаштарыбыҙҙы, республикабыҙ халҡын хәләл ниғмәттәр менән һыйлаһындар, ауылыбыҙҙың данын күтәрһендәр, “Хәләл-Еҙем” тигәнде бөтөн район, республика белеп-танып торһон, тигән теләктәрен еткерҙе.

-Әлхәмдуллилла, ниһайәт, цехты асыу көнө етте. Һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙған Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужинға, ауылдың “ТОС” рәйесе Рәхимйән Юлыҡовҡа, бинаны яңыртып төҙөкләндереүҙә эшләүсе Рим Ильясов, Вәкил Юлмөхәмәтов, Жәннәт Собханғолов, Йәмил Вәлиевҡа (кооператив ағзалары булып торалар), юлыҡтарға рәхмәт. Эштәр бының менән генә бөтмәй әле, артабан да дауам итәсәк, иң мөһиме – цехты асып, етештереүҙе башланыҡ. Кооператив изге ниәт менән төҙөлдө, маҡсаты – халыҡты хәләл ризыҡ менән туҡландырыу, төбәгебеҙҙе күтәреү, халыҡты эш менән тәьмин итеү. Малдарыбыҙҙы арттырайыҡ, яландарыбыҙҙы тәртипкә килтерһәк ине, балаларыбыҙҙы тәрбиәләйек, хәләл ризыҡ менән туҡландырайыҡ. Ҡыҙҙарға рәхмәт, ризыҡтарҙы тәмле итеп әҙерләйҙәр, - тине кооператив башлығы Фәнил Басиров. “Хәләл” тигән һүҙ тир түгеп табылған, зекер әйтеп салынған мал, тип аңлатма ла бирҙе үҙе Һабай ауылы имамы булып торған Фәнил Миңлеғәле улы.

Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужин етештереү кооперативының асылыуы һәр яҡтан файҙалы булыуын билдәләп, һимерткән малдарыбыҙҙы ситкә осһоҙға оҙатмай, кооперативҡа тапшырыу мөмкинлеге булыуы, тиҫтәгә яҡын кешегә эш урыны булдырылыуы менән дә әһәмиәтле, тине. Кооператив етештергән ризыҡтар бик тәмле һәм һәйбәт, ошо кимәлдән төшмәҫкә, тик рәхмәт һүҙҙәре генә ишетергә, уңышлы эшләп алып китергә һәм сауҙа баҙарында үҙегеҙҙең урынығыҙҙы яуларға яҙһын, тигән теләктәрен еткерҙе биләмә башлығы. Райфат Рәжәп улы шулай уҡ киләсәктә мал һуйыу цехы ойоштороу планы менән дә уртаҡлашты. Цехты төҙөкләндереүҙә ҙур өлөш индергән кооператив ағзаларын Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.

Район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Рәмил Әхмәтов ауыл хужалығы кооперативы етәкселегенә бының менән генә сикләнмәҫкә, артабан да үҫешергә кәрәклеген, ауыл халҡына экологик йәһәттән таҙа продукция менән сауҙа итергә, биләмәлә малсылыҡтың ныҡлы үҫешеүен билдәләп, районда, йәғни биләмәлә СПоК-тарҙы үҫтерергә, республика программаларына әүҙем ҡушылырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Артабан Ҡауарҙы ауы-лынан “Шишмә” крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Фуат Латиповҡа һүҙ бирелеп, ул кооперативтың Юлыҡ ауылы халҡы өсөн генә түгел, ә эргә-тирә ауыл кешеләре өсөн дә файҙаһы булыр, тәмле ризыҡтарығыҙ менән баҙарҙы яуларға яҙһын, тине. Етәкләп килеп булманы инде тип, фермер хужалығы исеменән кооперативҡа бер баш мал инселәне.

Юлыҡ “ТОС”-ы рәйесе Рәхимйән Юлыҡов, ауыл старостаһы Таһир Юлмөхәмәтов, ауыл ветерандар советы рәйесе Миңзилә Шаһиева кооператив эшмәкәрлегенә уңыштар, ошондай яҡшы башланғыстар ауылда булып торһон, күберәк яңы техника алып, ерҙәрҙе эшкәртеп, малдарҙы үрсетеп, бергә-бергә, кәңәшләшеп эшләйек, тигән теләктәрен еткерҙеләр. Юлыҡ ауылы мосолмандары ойошмаһы исеменән Салауат хәҙрәт цехта эшләүселәргә сәй сервизы бүләк итте.

Ниһайәт, тантаналы мәл етте. Имамдарҙың “Аллаһу Әкбәр! Аллаһу Әкбәр! Лә иләһә илләллаһу...” тәҡбире аҫтында етештереү цехының ҡыҙыл таҫмаһын район хакимиәте башлығының иҡтисади үҫеш, етештереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Рәмил Әхмәтов, Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Райфат Әбелғужин һәм “Хәләл-Еҙем” кооперативы етәксеһе Фәнил Басиров киҫте. Ауыл ағинәйҙәре мөнәжәт әйтте. Сараны биҙәгән ауыл һәләттәре Рамазан Кәримов, Шәүрә Аҡмырҙинаның йыр-моңдарын тыңлап, Гөлнәзирә Юлмөхәмәтованың бейеүҙәрен ҡарағандан һуң, байрамға йыйылған халыҡ, балалар унда етештерелгән ризыҡтарҙан ауыҙ итеү өсөн эскә үтте.


Читайте нас: