+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 11:25

Гимназия “Үҫеш нөктәһе”нә ҡушыла

Яңы уҡыу йылында Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Заман мәктәбе” федераль проекты сиктәрендә һанлы һәм гуманитар профилдәге “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге асыла.

Проектҡа ярашлы, “Технология”, “Информатика” һәм “Йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметтарын уҡытыу методикаһы камиллаштырыла, кабинеттар яңы уҡыу ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова әйтеүенсә, әлеге көнгә кабинеттарҙа косметик ремонт үткән, шахмат һәм медиа зона булдырыла, тейешле ҡоролмалар, йыһаз, уҡыу парталары алыу өсөн контракт төҙөлгән. Уҡыу кабинеттарының алтаҡталары, мәғлүмәт стендтары, фасад табличкаһына заказ бирелгән. Педагогтар ситтән тороп курстар үткән, технология уҡытыусыһы Екатеринбург ҡалаһында уҡып ҡайтҡан.


Читайте нас: