Район ведомство-ара комиссия тикшереүе һөҙөмтәләре менән район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов таныштырҙы.
- Районда 19 мәктәп, бөтәһе белем биреү учреждениелары – 50. Тикшереү барышында комиссия ағзалары уларҙа туҡландырыу дөрөҫ ойошторолғанмы, медицина талаптары үтәләме икәнлеген ҡараны. Мотлаҡ рәүештә ағымдағы ремонт йәки капиталь ремонт булыуы, ҡыйыҡтарҙың торошо, уҡыу кабинеттарының, спорт залдарының йыһазландырылыуы, мәктәп яны участкалары ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Белем биреү учреждениеларына талаптар күп төрлө, хатта террорға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын да тикшерәбеҙ.
Бөгөнгө көнгә тикшереүҙәр тамамланды. Бөтә учреждениеларҙы ла ҡарап сыҡтыҡ, иҫкәрмәләр күп түгел. Дөйөм алғанда, әҙерлек һәйбәт кимәлдә, директорҙар үҙ эштәренә яуаплы ҡарағандар. Бер нисә мәктәптә объектив сәбәптәр арҡаһында әҙерлек 100 процент тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, Үзбәк мәктәбенең спорт залында ремонт эштәре башланып ҡына тора. 1 сентябргә уны тамамларбыҙ тип ышанам. Красноусол башҡорт гимназия-интернаты буйынса бер нисә һорау бар, әле улар өҫтөндә эшләйбеҙ.
Белем биреү учреждениеларындағы 54 ҡаҙанлыҡтың 30-ы – газ, 12-һе электр энергияһы менән эшләй, 8-е үҙәк йылытыу системаһына тоташҡан, утын менән 4 мәктәп йылытыла. Ҡаҙанлыҡтар барыһы ла йылытыу миҙгеленә әҙерләнә. Красноусолдағы белем биреү учреждениелары ҡаҙанлыҡтары промывка һәм опрессовка үткән. Манометрҙар, сигнализаторҙар Стәрлетамаҡ ҡалаһында дәүләт тикшереүе уҙҙы.
Йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем Мораҡ, Игенйылға мәктәптәрендә һәм “Миләшкәй” балалар баҡсаһында яңы ҡаҙандар ҡуйыласаҡ. Утын яғып йылытылыусы мәктәптәрҙә 405 кубометр утын әҙерләнгән.
Быға тиклем йылы бәҙрәфтәр булмаған Юрмаш, Тайыш башланғыс мәктәптәрендә уларҙы санитар нормаға килтереү эштәре бара. Был маҡсатҡа республика һәм ра-
йон бюджетынан 378315 һум аҡса бүленде.
Районда 18 белем биреү учреждениеһында 29 мәктәп автобусы бар. Улар барыһы ла Глонасс системаһына тоташтырылған, тахог-рафтар менән йыһазландырылған. 12 мәктәптең уҡыусыларҙы йөрөтөүгә лицензияһы бар, ҡалған алтауһы 31 авгусҡа тиклем аласаҡ.
Тикшереү барышында алты белем биреү учреждениеһы алдында юл билдәләре юҡлығы асыҡланды. Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү тураһында күрһәтмәләр бирелде.