-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:15

Милли проекттарҙы - уҡытыу сифатын күтәреүгә

21 августа район мәҙәниәт һарайында мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август кәңәшмәһе булып үтте.

Уның эшендә ҡунаҡтар: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Бөтә Рәсәй “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет ағзаһы Әлфәрис Сәлихйән улы Байсурин, БР Мәғариф министрлығының Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем биреү сифатын баһалау бүлеге начальнигы Айгөл Фәтих ҡыҙы Байрамғолова, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директорының уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары, филология фәндәре докторы, профессор Владимир Николаевич Кризский, БР уҡыусыларға физик тәрбиә биреү һәм олимпия резервын әҙерләү идаралығының баш белгестәре Иҙел Ирғәле улы Мостафин менән Константин Григорьевич Һайранов һәм район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, балалар баҡсалары мөдирҙәре, тәрбиәселәр, өҫтәлмә белем биреү педагогтары, мәғариф ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты.

Фойела кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы һәмҡунаҡтарҙы районыбыҙ мәғариф учреждениеларының бай йөкмәткеле методик, ҡул эштәре һәм көҙгө уңыш күргәҙмәләре ҡаршы алды. Педагогтар эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыуҙа фото-видеоматериалдарҙы ла оҫта файҙаланған. Өфөнән “Абрис” китап һатыу компанияһы төрлө уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар тәҡдим итте. “Базис” компанияһы иһә башҡорт теле дәрестәре өсөн интерактив ҡорамалдар менән таныштырҙы.

Күргәҙмәләр менән танышып сыҡҡандан һуң, ҡунаҡтар сәхнә түренән урын алды һәм район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова конференцияны асып, был мәртәбәле сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да яңы уҡыу йылы уңайынан ҡотланы. Ҡунаҡтар менән таныштырып үтте, кәңәшмә эшендә уңыштар теләне һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙовҡа бирҙе. Район бүлеге етәксеһе Р.Ғ.Солтанморатов “Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҡытыу сифатын күтәреү” тигән сығышында район белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә ентекле анализ яһаны (док-ладтар гәзитебеҙҙең киләһе һандарында баҫыласаҡ).

Һүҙ ҡунаҡтарға бирелеп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ә.С.Байсурин кәңәшмә күп яҡлы йүнәлештәрҙе уртаға һалып тикшереүҙе үҙ эсенә алыуын билдәләне, сифатлы мәктәпкәсә, дөйөм һәм өҫтәлмә белем биреү иң актуаль аспекттарҙың береһе булып тора, тине. Республика август кәңәшмәһенда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡуйған бурыстарға туҡталып үтте. Республикала ғәмәлгә ашырылған ете: заманса мәктәп, һәр баланың уңышы, балалары булған ғаиләләргә ярҙам, цифрлы белем биреү мөхите, киләсәк уҡытыусыһы, йәш профессионалдар, һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр төбәк милли проекттары хаҡында бәйән итте, проблемаларҙы барланы, яңылыҡтар менән таныштырҙы. Мәғариф министрлығы вәкиле А.Ф.Байрамғолова республика мәғариф системаһына ҡыҫҡаса байҡау яһаны. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәктәре асыу йәһәтенән республикаға федераль бюджеттан 1 млрд һумдан ашыу аҡса бүленеүен билдәләне, республиканың 133 мәктәбендә, шул иҫәптән беҙҙең районда ике мәктәптә (КБГИ, Сәйетбаба) ошондай үҙәк асыласаҡ. Республика буйынса 63 белем биреү учреждениеһында моделле-цифрлы белем биреү мөхите үҙәге булдырылһа, шуның береһе беҙҙә – Красноусолдағы 2-се мәктәптә асыу күҙаллана, ә физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн өҫтәлмә шарттар булдырыу үҙәге булып Үзбәк мәктәбе һаналасаҡ һәм спорт залын ремонтлау өсөн аҡса бүленәсәк. Сығыш яһаусы шулай уҡ БДИ һөҙөмтәләренә лә туҡталып, быйыл былтырғы менән сағыштырғанда районда география, рус теле һәм әҙәбиәте, физика фәндәре буйынса уртаса балдар төшкән, ә математика (профиль), инглиз теле, биология, химия, информатика, тарих фәндәренән күрһәткес күтәрелгән. Беҙҙә инглиз теле һөҙөмтәләре Рәсәйҙекенән - 12,5-кә, республика буйынса 16 берәмеккә юғарыраҡ. Был бик яҡшы күрһәткес, тине ул. Педагогтар алдында БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы профессоры В.Н.Кризский сығыш яһап, юғары уҡыу йорто һәм белем биреү учреждениелары араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытырға кәрәклеген билдәләне, район мәктәптәренә методик ярҙам күрһәтергә һәр саҡ әҙер булыуҙарын белдерҙе. К.Г.Һайрановтың сығышы ла кәңәшмәлә ҡатнашыусылар өсөн фәһемле булды.

Конференция һуңында уҙған уҡыу йылы, йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре буйынса бер төркөм алдынғы уҡытыусы-тәрбиәселәр 10-15-әр мең һумлыҡ аҡсалата премияларға сертификаттар, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө БР Мәғариф министрлығының, район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. “Йылдың иң яҡшы мәктәбе” булып Красноусол башҡорт гимназия-интернаты менән Мораҡ мәктәбе танылды һәм тәүгеһе – 100, икенсеһе 50 мең һумлыҡ сертификаттарға лайыҡ булды. Красноусолдағы 1-се урта мәктәп директоры Галина Петрова “Йылдың иң яҡшы директоры” номинацияһында бүләкләнде. Шулай уҡ методик күргәҙмәләр буйынса мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында район үҙәгендәге “Миләшкәй” балалар баҡсаһына – 1-се, Курорт мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөнә – 2-се, Игенйылға мәктәбендәге “Гөлкәй” төркөмөнә 3-сө урын бирелде. Мәктәптәр араһында Красноусолдағы 1-се урта мәктәп – 1-се, Ҡарағай мәктәбе – 2-се, Табын мәктәбе 3-сө урынға лайыҡ булды. Юлыҡ мәктәбе, Балалар ижады үҙәге, Табын ауылындағы “Аленушка” балалар баҡсаһы дәртләндереү приздары менән бүләкләнде. Мәктәптәр араһында алдан иғлан ителгән уҡытыу-тәжрибә участкалары смотр-конкурсына ла йомғаҡ яһалып, еңеүсеһе булып Красноусолдағы 3-сө мәктәп танылды. Бурлы мәктәбенә – 2-се, Үзбәк, Ҡарағай мәктәптәренә 3-сө урын бирелде. Дәртләндереү приздарына Сәйетбаба, Мораҡ мәктәптәре эйә булды. Был еңеүсе мәғариф учреждениеларының барыһына ла ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы кәңәшмәһе ошондай күтәренке кәйефтә тамамланды.


Читайте нас: