+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:25

Уҡлыҡая йыя мәргәндәрҙе

23-25 августа мәғрүр Уҡлыҡая итәгендә урынлашҡан Имәндәш ауылы янында IV халыҡ-ара һыбай уҡ атыу һәм “Мәргән уҡсы” традицион уҡ атыу фестивале үтә.

Бәйге программаһында ике төрлө һыбай маршрут буйынса уҡ атыу, “Мәргән уҡсы” һәм “Евразия кубогы” турнирҙары, махсус призға уҡ атыу, уҡсыларҙың этно-концерты, театрлаштырылған тамаша, этно-һәм милли спорт төрҙәренә арналған “Сал Урал” “түңәрәк өҫтәле”, “Ҡош юлы” проекты ҡатнашыусыларының, район һәүәҫкәрҙәренең концерты, күргәҙмәләр, Уҡлыҡаяға экскурсия ойоштороу ҡаралған.

“Мәргән уҡсы” турнирында Башҡортостандың иң яҡшы 12 уҡсыһы асыҡланасаҡ. Бәйгегә республиканан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән: Мәскәү, Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан ҡалаларынан, Дағстандан, сит илдәрҙән, мәҫәлән, Төркиәнән, Литванан, Ҡаҙағстандан, Белоруссиянан уҡсылар килеүе көтөлә. 4-се тапҡыр үтәсәк халыҡ-ара фестивалдә бөтәһе 100-ҙән ашыу уҡсы ҡатнашырға теләк белдергән.


Читайте нас: