+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:35

Ҡунаҡ булып килдек һиңә, Еҙем-Ҡаран!

Йәйҙең йәмле, ҡояшлы бер көнөндә, күңелдәр матурлыҡҡа, хозурлыҡҡа ынтылып туғандар, дуҫтар менән бер осрашып, күрешке килеп торғанда халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡаран, ихлас әҙерләнеп ҡунаҡтар йыйҙы. Барлыҡ мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып һағынышып байрамға килгән ауылдаштарҙы, яҡташтарҙы матурланып, күркәмләнеп киткән өйҙәре, төҙөкләндерелгән таҙа урамдары менән үҙенә тартып торған ауыл ҡаршы алды. Был көндө Еҙем-Ҡаранда киләһе йыл ауыл барлыҡҡа килеүгә 400 йыл тулыу айҡанлы ауыл биләмәһендә йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарының дуҫлығын данлаған байрам сараһы үтте.

Ауылға ингән ерҙә, бер яҡлап Мәжит Ғафури шиғыры, икенсе яғында “Еҙем-Ҡаран. Айыҡ ауыл” тигән яҙыу матур тойғо бирә. Тап ошонда, Мәжит Ғафури паркы эргәһендә, Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары тере коридор булып теҙелеп, бөйөк шағирыбыҙҙың шиғырын яттан һөйләп, ҡымыҙ һәм бауырһаҡ менән ҡунаҡтарҙы: район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, яҡташыбыҙ Рәйес Әхмәтша улы Күскилдин, күренекле тележурналист Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованы һәм күрше-тирә ауыл биләмәләре етәкселәрен ҡаршы алдылар. Эргәлә генә сылтырап ағып ятҡан, заманында шағирға илһам биргән Ҡараншишмә һыуын тәмләне ҡунаҡтар. Шишмәнең һәм парктың тарихын ҡыҙыҡһынып тыңланылар. Шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейы алдынан булдырылған парктағы тәүге ағастарҙы (1980 йыл) ултыртыуҙа ҡатнашып, уларҙы күп йылдар дауамында тәрбиәләп үҫтергән Хәтмулла Рәхимов үҙе лә бында.

Артабан ҡунаҡтар ауыл урамы буйлап атланы. Бер нисә йорт алдында хужалар өҫтәл әҙерләп ҡунаҡтарҙы көтә ине. Беренсе йорт Йомағоловтарҙыҡы. Ихтирамлы, абруйлы ғаилә был. Йорт хужаһы Раил - Еҙем-Ҡаран мәктәбе уҡытыусыһы, һәләтле педагог. Зөлфиә элекке данлы М.Ғафури исемендәге колхозда баш бухгалтер булып эшләне. Улдары Рөстәм 2014 йылда үҙенең фермер хужалығын булдырып, бөгөн уның 100 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 25 һауын һыйыры бар.

Икенсе йортта Абдрахмановтар ғаиләһе үҙҙәре менән таныштырҙы. Марат ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы ауылда ветеринар булды. Миңсара апай ауыл советында эшләне. Балалары ла үҙҙәре кеүек егәрле, тырыштар.

Ауылдың йәнә бер ихтирамлы ғаиләһе Суфия һәм Баян Хәсәновтар. Баян ағай – Еҙем-Ҡаран ауылы имамы. Йорттары, ихаталары гөл-сәскәләргә күмелеп, нур һибеп, балҡып, үҙенә саҡырып тора.

Билдәле сәсән Вәлиулла Ҡоломбәтовтың ейәне Рәмил һәм Мәрйәм йорто ла ризыҡтан һығылып торған өҫтәл әҙерләп сәсән олатайҙарының фотоһын ҡуйып ҡунаҡ ҡаршылай. Мәрйәм Кейекбаева бөгөн ауыл ветерандар советына етәкселек итә. Ҡыҙҙары Гүзәл Башҡортостан телевидениеһы дикторы.

Артабан өҫтәлдәр йәнәш ҡуйылып, байрам сараһы уҙасаҡ мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанға тиклем теҙелеп киткән. Бында Яңы Ерек, Яҡтыкүл, Таштамаҡ, Оло Үтәш, Баҡраҡ, Урта Үтәш, Үзбәк, Еҙем-Ҡаран ауылы уңғандары үҙҙәре әҙерләгән ризыҡтан ауыҙ иттерҙе, һөнәрҙәрен күрһәтте. Яңы Еректәрҙең - туй, үзбәктәрҙең балаға исем ҡушыу йолаһын, еҙемҡарандарҙың буҙа, үлән сәйҙәре әҙерләү күренештәрен ҡыҙыҡһынып ҡаранылар.

Ниһайәт, байрам сараһы сәхнә эргәһендә башланды. Уны Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто директоры Рәүилә Килмөхәмәтова алып барҙы. Әйтергә кәрәк, Рәүилә Рөстәмбәк ҡыҙы сценарийҙы үҙе төҙөп, сара юғары кимәлдә уҙһын өсөн күп көс һалды. Сараны асып, ул тәүге һүҙҙе ошо байрамды уҙғарыуҙа тырышлыҡ һалған Еҙем-Ҡаран ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәноваға бирҙе.

- Ауыл байрамдары уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Үткән йылда беҙ бер генә ауылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарһаҡ, быйыл иһә ауыл биләмәһенә ҡараған 6 ауылда уҙасаҡ. Бөгөнгөһө инде ауыл биләмәһе байрамы. Унда 11 ауыл халҡы ҡатнаша. Ошо төбәктән, бөйөк шағирыбыҙ тыуған ерҙән күп һәләтле шәхестәр сыҡҡан. Улар төрлө тарафтарҙа тыуған ауыл данын күтәреп хеҙмәт иткән һәм итә. Әле ауылда йәшәгәндәре лә тырыш, егәрлеләр. Ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашалар. Киләсәктә лә бергә, берҙәм булып йәшәйек, - тине Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы.

Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов байрам менән ҡотлағандан һуң, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе буйынса эшләнгән эштәргә туҡталды. Ысынлап та, байтаҡ ҡына эштәр эшләнгән икән быйыл. Еҙем-Ҡаран, Ибраһим, Урта Үтәш, Яҡтыкүл, Үзбәк ауыл-дары урамдары яҡтыртылды. Урта Үтәш, Ибраһимда юлдар йүнәтелгән. Ибраһимда балалар баҡсаһы территорияһына асфальт һалынған, балалар майҙансығы ҡуйылған, һыу скважинаһы ҡаҙылған, ҡоймалары яңыртылған, ФАП кәртәһе йүнәтелгән. Шулай уҡ Үзбәк фельдшер-акушерлыҡ пункты мәктәп бинаһына күсерелде. Үзбәк мәктәбенең спорт залын ремонтлап, ҡыйығын яңыртып ябыу планлаштырыла.

Һуңынан Фәнзил Фәйез улы ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашып, йәмәғәт эштәренән ситтә ҡалмаған Эльвира Шәрипова, Динира Биктимерова, Миңнира Шәйәхмәтова, Рафаил Хәсәнов, Гөлнур Батыршина, Рәүилә Килмөхәмәтоваға ра-йон хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Миҙхәт Хәлиловҡа БАССР төҙөлөүгә 100 йыл тулыу уңайынан юбилей миҙалы тапшырҙы. Район мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатов сығышында Мәжит Ғафуриҙың хәмергә ҡаршы яҙылған шиғырын уҡыны.

- Быйыл еҙемҡарандар районда тәүгеләрҙән булып эскелеккә ҡаршы сығып, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Афарин уларға. Башҡа ауылдар ҙа улар өлгөһөнә ҡушылһа ине, - тине Рауил Ғәбдрәшит улы һәм уҡытыусылар Гөлнур Батыршина, Айгөл Ғайсина, Нәзирә Мөхәмәтйәнова, Венера Ғәлиуллина, Айгөл Йомағоловаға - мәғариф бүлегенең, Әҙһәм Рәхмәтуллин, Исаметдин Нәжметдиновҡа ра-йон башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

Сәхнәгә элекке Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе, колхоз рәйестәрен саҡырҙылар. Фәйез Садиҡов, Нәсибулла Ҡунафин, Рәшит Мөхәмәтйәров һәм күрше ауыл биләмәләре етәкселәре - Бурлынан Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов, Имәндәштән Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов байрам менән ҡотланы. Ҡунаҡтарҙан Рәйес Күскилдин, Зөлфиә Ғәйнетдинова ла сығыш яһап, байрам уңайынан йәмәғәт эшендә тырышып эшләгән бер нисә хөрмәтле ауылдашына үҙҙәренең бүләген тапшырҙы.

- Журналистика өлкәһендә 45 йыл эшләү дәүерендә был ауыл тураһында кәмендә 45 телетапшырыу әҙерләгәнмендер - үҙенә күрә ауыл йылъяҙмаһы. Бында ҙур үҙгәрештәр бара. Ауыл матурлана. Байрамға килгәндә инде, ул республика кимәлендә үткәндән бер ҙә кәм түгел. Күренеп тора, етди әҙерләнгәндәр. Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙына рәхмәт, - тип сығыш яһаны Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова. Флүрә Хәлилова, Әлфиә Исҡужиналарҙың да әйтер һүҙҙәре, изге теләктәре күп ине ауылдаштарына.

Байрам булғас, әлбиттә, бүләкһеҙ ҙә булмай. Ауыл биләмәһенә ҡараған һәр ауылдың иң оло кешеләре, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусылары, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусылары, алтын ҡуллы оҫталары, күп балалы ғаиләләре хакимиәттең Маҡтау грамоталарын, ҡиммәтле бүләктәрен алып ҡыуанды.

Сара байрам концерты менән үрелеп барҙы. Яҡташтарыбыҙ – БР-ҙың атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин (Сибай театры), Фәнил Кинйәғолов (Ишембай), Наил Вәлиевтың (район мәҙәниәт һарайы) гармун, ҡурай моңдарын, йырҙарын халыҡ ихлас, яратып тыңланы. Шулай уҡ республика кимәлендәге конкурстар лауреаты, моңло тауышлы йырсы Динислам Шафиҡовтың йырҙары ла байрамға йәм өҫтәне.

Еҙем-Ҡаран, Үзбәк мәҙәниәт йорттары фольклор төркөмө сығышы, Индира Биктимерованың бейеүе, Мәрйәм Кейекбаеваның йыры күңелдәргә хуш килде. Башҡа һәүәҫкәрҙәр ҙә хистәргә һалырлыҡ итеп йырланы, елкендереп бейене. Байрамды әҙерләп уҙғарыуҙа Еҙем-Ҡаран мәктәбе һәм мәҙәниәт йорто коллективының айырыуса тырышлыҡ күрһәтеүен дә билдәләп китергә кәрәктер.

Ғөмүмән, бер кем дә ситтә ҡалманы. Байрам матур, юғары кимәлдә үтте.

Фәрғәт ҒӘЛИН.

Читайте нас: