+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 11:36

Өйҙә тауыш биреү

Йөрөүе ауыр булған граждандар, мәҫәлән, хәлһеҙ ҡарттар, инвалидтар, ауыр сирлеләр, үҙен ҡарай алмаған, ауыр сирле туғанын ҡарап тороу сәбәпле уның эргәһенән китә алмаған кешеләр өйҙә тауыш бирә ала.

Һайлауға килә алмау сәбәбенең ни ҡәҙәр етди икәнен һайлау комиссияһы билдәләй, уның өйҙә тауыш бирҙертеүҙән баш тартыу хоҡуғы бар.

Һайлаусы һайлау участкаһы бинаһынан ситтә бары тик һайлау көнөндә һәм үҙенең алдан бирелгән, әммә тауыш биреү көнөндә – 2019 йылдың 8 сентябрендә 15.00 сәғәттән дә һуңлатмаған яҙма ғаризаһы йәки телдән мөрәжәғәте (шул иҫәптән бүтән кеше аша әйтеп ебәреүе) нигеҙендә тауыш бирә ала.

Телдән мөрәжәғәт бирелгәндә һайлау комиссияһы ағзалары өйгә килгәс, ул яҙма ғариза менән дөрөҫләнә.

Ғаризала (телдән мөрәжәғәттә) һайлаусы һайларға килә алмауының етди сәбәбен (инвалидлыҡ йәки сирләү) күрһәтә. Ғаризала уның фамилияһы, исеме һәм атаһының исеме, йәшәгән урынының адресы яҙыла.

Телдән мөрәжәғәт килгәс, махсус реестрҙа мөрәжәғәттең килгән ваҡыты, өйҙә тауыш бирергә теләгән һайлаусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме, йәшәгән урыны яҙыла, мөрәжәғәтте ҡабул иткән участка һайлау комиссияһы ағзаһының ҡултамғаһы ҡуйыла. Мөрәжәғәт башҡа кеше булышлығында тапшырылһа, реестрҙа уның да тулы исем-шәрифе, йәшәү урыны күрһәтелә.

Тауыш биреүгә хәл итеү хоҡуғына эйә участка һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусының өйөнә бара. Улар мисәтләнгән (пломба ҡуйылған) күсермәле тауыш биреү йәшниге, тауыш биреү өсөн кәрәк тиклем бюллетень, тауыш биреү бинаһынан ситтә һайлау хаҡында һайлаусы ғаризаһын алып бара. Һайлау комиссияһы ағзалары һайлаусы янына килгәс, телдән мөрәжәғәт яҙма ғариза менән дөрөҫләнә.
Читайте нас: