+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 11:33

Аҡҡа – аҡ юл

“Һөткә – юл!” автойөрөшө 2012 йылдан алып уҙғарыла килә. Был Бөтә Рәсәй хәрәкәте Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең һөт етештереүсе һәм эшкәртеүсе эре компаниялар етәксе-белгестәрен, тармаҡ эксперттарын, малсылыҡ хужалыҡтары, һөт комбинат-заводтары, власть һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен берләштерә. Уның төп маҡсаты – һөт тармағын берләштереү, тәжрибә уртаҡлашыу, һөттө һәм һөт продукттарын популярлаштырыу.

Башта акция Бөтә Рәсәй кимәлендә булып, хәҙер халыҡ-ара статус алған, былтыр унда ҡатнашыусылар Канада буйлап уҙған, киләһе йылда иһә Великобританияға юлланасаҡтар. Ошо йылдар арауығында унда меңгә яҡын кеше ҡатнашып, 11458 километр юл үтелгән һәм 22 төбәктә булғандар. Быйыл был хәрәкәт башҡорт ерҙәренә йүнәлеш алған. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар ҡала-ауылдар, һөтсөлөк фермалары һәм һөт комбинаттары буйлап 1700 саҡрым юл үтергә, һәр төбәктең иң яҡшы һөт етештереүселәре һәм эшкәртеүселәре, власть вәкилдәре һәм журналистар менән осрашып, төбәктә һөтсөлөк тармағының үҫеш перспективаларын уртаға һалып тикшерергә, тәжрибә уртаҡлашырға планлаштыра.

Йыл һайын уҙған был сараға 18 августа Киров өлкәһенән старт бирелеп, беҙгә килгәнсе автоколонна Удмурд Республикаһының Ижевск ҡалаһы, артабан 21-22 августа республикабыҙҙың Саҡмағош, Йәрмәкәй райондары, Октябрьский, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалалары, 23 августа беҙҙең ра-йон аша үтте. Уларҙы Ғафури районы сиге – Рус Саскүле ауылы янында тантаналы рәүештә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Родионов, район мәҙәниәт һарайы артистары Эльвира Хөснөтдинова һәм Хызыр Нәзиров яҡты йөҙ менән ихлас ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, халҡыбыҙҙың милли эсемлеге ҡымыҙ һәм сәк-сәктән ауыҙ иттерҙеләр. Акцияла ҡатнашыусылар беҙҙә “Күркәм дөйәғоштар” хужалығы, “Красноусол” шифаханаһы менән танышҡандан һуң, Өфө ҡалаһына юлланды. Башҡортостанға килеүҙәре баш ҡалала “Һөт иле” фестивалендә ҡатнашыуҙары менән тамамланды.


Читайте нас: