+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Август 2019, 12:01

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!

“Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” 9-сы республика акцияһы сиктәрендә район Ғаилә үҙәгенә гуманитар ярҙам килеүен дауам итә.

Мәрхәмәтлек акцияһына район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, уның урынбаҫарҙары ҡушылды. Балалы ғаиләләргә төрлө ойошма, учреждениелар ҙа ярҙам ҡулы һуҙа. Уҙған аҙнала, мәҫәлән, эшҡыуарҙар Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова, Дамир Ҡунафин, Юлиә Әсфәндийәрова, Татьяна Отмахова, Валентина Калашникова, Аревик Мусаханян, Күп функциялы үҙәк коллективы, "Берҙәм Рәсәй" партияһы һәм “Йәш гвардия”, ЛДПР-ҙың урындағы бүлексәләре, Красноусолдан Ҡунафиндар ғаиләһе, кисә Красноусол коммуналь хужалығы, суд приставтары хеҙмәте коллективтары акцияға ҡушылды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләге балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған акция сиктәрендә уҡыу кәрәк-яраҡтарын Ғаилә үҙәгенә Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1 (тел.: 8(347)2-73-77) адресы буйынса килтерергә мөмкин. Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә.


Читайте нас: