Өс көн дауам иткән фестивалдә республиканың район-ҡалаларынан, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән: Дағстандың Кас-пийск ҡалаһынан, Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларынан, күрше дәүләттәр: Ҡаҙағстан, Литва, Белоруссиянан килгән уҡсылар мәргәнлектә, оҫталыҡта, таһыллыҡта көс һынашты. Фестивалде ойоштороуға республика Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Ғафури районы хакимиәте, “Мәргән уҡсы” һыбай һәм традицион уҡ атыу үҫеше бу-йынса автономлы коммерциялы булмаған ойошма күп көс һалған. Йөҙҙән ашыу уҡсыны бергә йыйған, ысын мәғәнәһендә рух һәм дәрт, тарихи хәтирәләр менән һуғарылған сағыу тамаша тураһында мәҡәләне гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.