+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 16:31

әҙерлектең мөһим этабына

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғафури дәүләт статистика бүлексәһе 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға әҙерлектең мөһим этабына тотондо.

Был этаптың бурысы – кешеләр йәшәгән йәки йәшәүе ихтимал йорттар исемлеген аныҡлау. Был эште атҡарыу өсөн 20 теркәүсе (регистратор) ҡабул ителеп, өйрәтеләсәк. Улар ике ай һуҙымында күрһәтелгән урынға барып, маршрут ҡағыҙҙары һәм карталары ярҙамында был урын менән карталағының бер-береһенә тап килеү-килмәүен асыҡлаясаҡ. Шулай уҡ урам исемдәре һәм йорт һандары күрһәткестәре булыуына ла иғтибар итәсәк. Теркәүселәр таныҡлыҡ алып йөрөргә тейеш була, был таныҡлыҡтар паспорт менән бергә генә ғәмәлдә.
Бөтә был эштәр барышын 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса махсус төҙөлгән комиссия контролдә тотасаҡ. Район халҡынан, урындағы үҙидара органдарынан регистраторҙарға кәрәкле мәғлүмәт алыуҙа булышлыҡ итеүҙәрен һорайбыҙ. Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә 2020 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса ойоштороу планы төҙөләсәк.

Гүзәл ФӘТҠУЛЛИНА,

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса вәкил.

Читайте нас: