+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 11:16

Подъездар күркәм төҫ ала

Республикала 2024 йылғаса иҫәпләнгән күп фатирлы йорт подъездарын капиталь ремонтлау программаһы буйынса эштәр беҙҙең район үҙәгендә лә дауам итә. Был хаҡта гәзитебеҙ биттәрендә мәғлүмәт бирелгәйне инде.

Билдәле булыуынса, ғәмәлдәге программаға ярашлы, Красноусолда капиталь ремонт уҙғарыу исемлегенә күп фатирлы 4 йорттоң 12 подъезы ингәйне. Улар: Гагарин урамының 54/1-се йортондағы – ике, Блюхер урамындағы 7/2-се йорттоң – дүрт, Фрунзе урамындағы 35/1-се йорттоң – өс, К.Маркс урамындағы 20-се йорттоң өс подъезы. Подъездарҙа баҫҡыстар ремонтлана, тәҙрәләр, ингән урында ишектәр алыштырыла, электр үткәргестәр яңыртыла, стена-түшәмдәрҙә штукатур-маляр эштәре башҡарыла, беренсе ҡаттың ишек алдында иҙәндәргә керамик плиткалар йәйелә, йортҡа ингән урында фасад йүнәтелә, почта йәшниктәре яңыртыла.

Күптән түгел район хакимиәтенең муниципаль торлаҡ инспекторы Рузилә Вәлишина етәкселегендә хакимиәт янында эшләп килгән Торлаҡ-коммунальхужалыҡ өлкәһендәге йәмәғәт контроль үҙәгенең эшсе төркөмө (6 ағзанан тора) ағзалары Хәлимә Батыршина, Юрий Фокин, “Ғафури коммуналь хужалыҡ” идарасы компанияһы директоры Александр Хлескин һәм район гәзиттәре хәбәрселәре был республика программаһын тормошҡа ашырыу барышы менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн алда барланған йорттарға рейдҡа сыҡтыҡ.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ, төбәк етәкселеге алмашыныу менән йорттарҙың, урам-ихаталарҙың һәм подъездарҙың торошон яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирелә башланы. Рес-публика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Хәбиров бойороғо менән быйыл ремонтҡа республика бюджетынан ярайһы ғына аҡса бүленде. Радий Фәрит улы эштәр барышын шәхсән күҙәтеп бара, ә урындарҙа

яуаплылар булып муниципалитет башлыҡтары тора.

Эшсе төркөм тикшереүҙе Блюхер урамындағы дүрт подъезлы 7/2-се йорттан башланы. Бында капиталь ремонтты субподрядсы “СтройСервисМонтаж” ойошмаһы (ШЭ “Отмахов”) уҙғарған. 1934 йылда файҙаланыуға тапшырылған был типовой булмаған йорт тар ғына подъездарҙы, үтә лә текә ағас баҫҡыстарҙы үҙ эсенә ала, бинаның эсе лә, тышҡы яҡтан да күркәмлеге менән “маҡтанмай”. Әлегә подъездарҙа эштәр тамамланмаған, әммә подрядсылар биҙәк өҫтәргә тырышҡандар: тәҙрә-ишектәр замансаға алыштырылған, стена-иҙәндәрҙе буяу-һылау, ағартыу эштәре башҡарылған, электр-монтажлау, подъездарға ингән урындарҙа эштәрҙе теүәлләйһе бар. Был йорт хужаһы булып торған Татьяна Пастухова әйтеүенсә, йорт төҙөлөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырылғандан бирле капиталь ремонт күрмәгән, шуға ла был йортто иғтибар үҙәгенән ысҡындырмай, бер ни тиклем төҙөкләндерергә, матур төҫ бирергә тырышып, бында йәшәүселәрҙең кәйефтәрен күтәргәндәре өсөн рәхмәтле булыуҙарын йәшермәне.

Артабанғы маршрут К.Маркс урамындағы 20-се йортҡа булды. Был йорт, әлбиттә, Блюхер урамындағы йорттан замансараҡлығы менән айырыла, подъездар ҙа иркенерәк һәм яҡтыраҡ. Йорт башлығы Сәбилә Полякова подъездарҙың баштағы хәл-торошо үтә лә насар булыуын, ремонттан һуң үҙгәреп, матурланып ҡалыуын билдәләй. Әлбиттә, властарға, шәхсән Р.Хәбировҡа ошондай көтөлмәгән бүләк өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Беҙҙең мәнфәғәтте ҡайғыртыуҙары беҙҙе бәхетле итә, тип тә өҫтәй.

Эшсе төркөм ағзаларының подъездарҙы ҡарап сығып, фатир хужалары менән әңгәмә барышында бында һиҙелерлек үҙгәрештәр булыуы, ә башҡа эштәрҙе тиҙ арала тамамлаясаҡтары һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Муниципаль торлаҡ инспекторы Р.Вәлишина йортта йәшәүселәргә ремонттың оҙаҡҡа һуҙылыуын үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡараған подряд ойошмаһының алышыныуы менән аңлатты. Уларҙың хеҙмәтенән баш тартып, әллә күпме ваҡыт юғалтылған. Хәҙер иһә бында йәшәүселәр файҙаһына ремонт сифатлыраҡ үтә.

Фрунзе урамындағы 35/1-се йортта (идарасы компанияһы “Тепловодоснабжение” МУП-ы) уҙған ремонттан эшсе төркөм ағзалары ҡәнәғәт ҡалды. Подрядсылар ремонтты тамамлау өҫтөндәләр, подъездар яңы төҫ алып матурланып ҡалған, хатта йорт алдына эскәмйәләр һәм сүп һауыттары ла урынлаштырылған, оҙаҡламай подъездарҙа яңы почта йәшниктәре урын аласаҡ.

Гагарин урамының 54/1-се йортонда йәшәүселәргә бер аҙ көтөргә тура киләсәк.

-Был йорт подъездарына капиталь ремонт уҙғарыу мәсьәләһе буйынса БР төбәк операторының стандарт булмаған подъездарҙа эш төрҙәре һәм күләме йәһәтенән тейешле ҡарары әлегә юҡ. Йорттоң подъездары ла коридор тибында, - тип аңлатма бирҙе Р.Вәлишина, - шуға ла бер аҙ көтөргә тура киләсәк.

Рейд һөҙөмтәләре шуны күрһәтте, Красноусолда төбәк Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Хәбировтың биләмәләрҙең, шул иҫәптән подъезд һәм ихаталарҙың инфраструктураһын төҙөклән-дереү иҫәбенә республика граждандарының тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән йөкләмәләрен тормошҡа ашырыуға яуаплы ҡарауҙары билдәле булды. Беҙҙең районда был эштәр оператив рәүештә ойошторолған, әлеге мәлдә уларҙың төп өлөшө башҡарылған, подрядсылар ваҡ-төйәген оҙаҡлатмаҫ.

Р.Вәлишина әйтеүенсә, сентябрь башына йорттарҙың барыһы ла тапшырылырға тейеш.
Читайте нас: