-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 11:34

Уҡлыҡая аманаты1

23-25 августа Имәндәш ауылы эргәһендә Уҡлыҡая итәгендә һыбай һәм традицион яндан уҡ атыуҙың IV халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте.

Унда республика район-ҡалаларынан, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән: Дағстандың Каспийск ҡалаһынан, Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Ҡазан, Мәскәү ҡалаларынан, сит дәүләттәр Ҡаҙағстан, Литва, Төркиә, Белоруссиянан килгән уҡсылар мәргәнлектә, оҫталыҡта, таһыллыҡта көс һынашты. Фестивалде ойоштороуға республика Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡ ижады үҙәге, Ғафури районы хакимиәте, “Мәргән уҡсы” һыбай һәм традицион уҡ атыу үҫеше буйынса ойошма күп көс һалған. Бәйгеселәр тәүге көндә район хакимиәте башлығы призына һыбай килеш уҡ атыуҙа көс һынашты. Ярыш ҡыҙыу, сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә, Өфөнән Рушан Хәсәнов - 1-се, Юлай Ғәлиуллин – 2-се, Денис Өмөтбаев - 3-сө, ҡаҙаҡ ҡыҙы Әлиә Бекен 4-се урындарға лайыҡ булды.

Был көн мәргән генә түгел, йыр-бейеүгә лә маһир уҡсыларҙың бай йөкмәткеле этно концерты менән тамамланды.

Ятып ҡалғансы, атып ҡал!

Фестивалдең икенсе көнө “Уҡлыҡая аманаты” мемориалын асыу тантанаһы менән башланып китте. Уға Өфө ҡунаҡтары: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибаков, яҡташтарыбыҙ “Табын ырыуҙары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Нияз Сәлимов һәм мемориалдың авторы “Төньяҡ Амурҙары” хәрби-тарихи клуб етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Илдар Шәйәхмәтов килгәйне. Тантана ҡурайсылар башҡарыуында башҡорт халҡының гимны “Урал” менән асылды. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов барыһын да тәбрикләп, тарихыбыҙға бәйле иҫтәлекле урындарҙың йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә, уҡ атыуға, шул айҡанлы спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыуҙа, районға туристарҙы йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнауын билдәләне, һәйкәлдең авторына, күләмле эште башҡарып сыҡҡан ир-егеттәргә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Унан һуң сығыш яһаған Илдар Шәйәхмәтов күптәнге хыялын тормошҡа ашырыу идеяһын күтәреп алған район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа, һәйкәлде эшләүҙә һәм урынлаштырыуҙа ҙур ярҙам күрһәткән райондың сик һағы ветерандарына һәм башҡаларға рәхмәт әйтте.

Фестивалде рәсми асыу тантанаһы төрлө тарафтарҙан килгән уҡсыларҙы майҙанға саҡырыуҙан башланды. Уҡ-һаҙаҡтар таҡҡан милли кейемдәрҙәге йөҙҙән ашыу уҡсы сәхнә алдына теҙелде. Уларҙы Фәнзил Сыңғыҙов сәләмләп, “2016 йылда тәүге тапҡыр Уҡлыҡая итәгендә уҙған Мәргән уҡсы бәйгеһенең яңынан бында әйләнеп ҡайтыуына шатбыҙ. Фестиваль ошо ерлектә ҡалыр, быйылғыһы йөҙҙән ашыу уҡсыны йыйһа, киләһе йылда ҡатнашыусылар меңдән ашыу булырына ышанабыҙ. Беҙгә дуҫлыҡ, изгелек менән килгән батырҙарға ғәҙел бәйге һәм еңеүҙәр теләйбеҙ”, тине. Ҡунаҡтар сығышынан һуң “Бөрө атыусылары” тарихи реконструкция күрһәтте, мушкеттарын ҡороп бер нисә залп яңғыратты. “Мәргән уҡсы” ойошмаһы уҡсыларының уҡ, хәнйәр, ҡамсы ҡулланып башҡорттарҙың алыш алымдарын күрһәтеүен, сәпкә уҡ атыуҙарын тамашасылар һоҡланып та, ғорурланып та ҡараны.

Был көндө уҡсылар “Ҡалҡан”, “Түмәр”, “Шыршы”, “Яу”, “Ҡарауылтау” тигән этаптарҙа көс һынашты. Ир-егеттәр араһында Салауат Юлбирҙин (Бөрйән) – 1-се, Дим Юлбирҙин (Бөрйән) – 2-се, Руслан Әхмәҙиев (Учалы ҡалаһы) 3-сө урындарға лайыҡ булһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Әлиә Ишморатова (Бөрйән) – 1-се, Гүзәл Ибәтуллина (Ғафури) – 2-се, Гүзәлиә Хәлилова (Әбйәлил) 3-сө урындарҙы алды. “Амантай” ижад үҙәге етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Рафаил Амантаев Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһировҡа махсус приз тапшырҙы.

Ошо уҡ көндө ”Сал Урал” ”түңәрәк өҫтәл”е үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев Илдар Шәйәхмәтовҡа “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын тапшырҙы. Этно һәм милли спорт төрҙәре тураһында түңәрәк өҫтәл артында йәнле һөйләшеүҙә Рес-публика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса баш белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, “Мәргән уҡсы” автономлы коммерциялы булмаған ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин, уҡсыларҙың “Ҡара сәсән”, “Баҡшай мәргәне”, “Сармат вариҫтары” турнирҙары, “Ай, Уралым, Уралым” фестивале режиссеры Рәйес Низаметдинов, традицион яндан уҡ атыуҙың халыҡ-ара турнирҙары чемпионы Дмитрий Алексеенко, Дағстан Республикаһының Һыбай килеш һәм традицион яндан уҡ атыу буйынса йыйылма командаһы етәксеһе Джамал Махтебеков, традицион яндан уҡ атыу буйынса Европа һәм халыҡ-ара турнирҙар чемпионы Ирмантас Вишниаускас (Литва) һәм башҡалар ҡатнашты. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары Фәнит Моратбакиев менән Ғаяз Ғарипов республикала этноспортты, милли спорт төрҙәрен үҫтереү хаҡында сығыш яһаны. Сарала этноспорт Федерацияһына нигеҙ һалынды. Кисен фестивалдә ҡатнашыусылар “Ҡош юлы” проекты йырсылары сығышын ҡараны.

Евразия кубогы

Фестивалдең өсөнсө көнөндә республиканың һәм ҡунаҡтарҙың иң мәргән уҡсылары “Евразия кубогы” өсөн бәйгегә сыҡты. Иң-иңдәр ярышы һөҙөмтәһе буйынса Салауат Юлбирҙин (Бөрйән) – 1-се, Сынбулат Юлбирҙин (Бөрйән) – 2-се, Даниил Вяткин (Омск) 3-сө урындарҙы яуланы. Тамашасылар халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары еңеүсеһе Лилиә Ҡулсәйетова, район һәүәҫкәрҙәренең сағыу сығыштарын ҡараны. Фестиваль программаһын Эльвира Насирова менән Фирғәт Ғарипов (Өфө) алып барҙы.

Бәйге барған майҙанда уҡ атыу, башҡорт милли аштары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, фестиваль ҡунаҡтары биҙәү-ҡулланма әйберҙәр күргәҙмәләре менән танышты, хуш еҫле сәйҙәр тәҡдим иткән Сәй ихатаһында һыйланды. Мәргәндәрҙе бергә йыйған, рух һәм дәрт, тарихи хәтирәләр менән һуғарылған сағыу тамаша ҡунаҡтарҙың күңелендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланыр, дуҫлыҡ күпере өҙөлмәҫ, тип ышанғы килә.
Читайте нас: