10 августа Родина-Ватан ауылы ауылдаштарын йәнә бергә йыйҙы. Был төбәк халҡы байрам итә белә, былтыр ғына тыуған ауылдарының 90 йыллығын билдәләгәйнеләр. Ауыл халҡы, сит тарафтарҙан ҡайтҡан ҡунаҡтар мәктәп янындағы байрам үтәсәк иркен яланға килде. Көнө лә ватандар бәхетенә, алдан заказ биреп ҡуйғандай, салт аяҙ торҙо. Майҙан ҡупшыланып, ҡунаҡ ҡаршыларға етди әҙерләнгән. Ауылдың ҡул эштәре оҫтаһы Валентина Якименконың тирмә-ҡыуышы сигелгән-ҡайылған, бәйләм әйберҙәре менән биҙәлгән. Ә уға күршеләш ирле-ҡатынлы Валентина (ауыл оҫтаһы) менән Михаил Веретюктарҙың тирмәһе ыҡсым ғына молдаван-украин өйөн хәтерләтә, ниндәй генә милли биҙәк-нағыш юҡ бында, өҫтәлдәрҙә милли аш-һыу, ризыҡтар урын алған. Шулай уҡ Флүрә Шәрипова, Тәнзилә Йәрмөхәмәтова, Валентина Харькованың ҡул эштәре лә, халыҡ сәсәне Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикәнең ижадына арналған күргәҙмәлек тә һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ауылдың бай тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө сағылдырылған күргәҙмәләр, ауыл һәләттәрен, уңғандарын һүрәтләгән стендтар янынан кеше өҙөлмәне.
Ватандарҙың байрам шатлығын уртаҡла-шырға килгән ҡунаҡтар: район Советы рәйесе Зөфәр Хафизов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Юрий Родионовты милли кейемдәрҙәге ҡыҙ-егеттәр икмәк-тоҙ, сәк-сәк, буҙа, ауыл ағинәйҙәре һәм “Йәншишмә” төркөмө йыр-моңдары менән ҡаршыланы. Артабан ҡунаҡтар байрамса биҙәлгән, дәртле көйҙәр үҙенә саҡырған сәхнә янынан урын алды.
Байрам сараһын алып барыусылар Айгөл Йәрмөхәмәтова, Екатерина Якименко, Герман Плеханов ауылдаштарын, ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, Гөлнара Рәхимованың “Беҙ ауылда тыуғандар” йыры менән асылды.
Бөгөнгө көндә ауылда 860 кеше йәшәй, мәктәп, балалар баҡсаһы, клуб, китапхана, почта, медпункт, “Родничок”, “Дружба” магазиндары, “Восход-СТ” ЯСЙ-е эшләп килә. Төрлө милләт вәкилдәре: рустар һәм украиндар, башҡорттар һәм татарҙар, мордвалар һәм сыуаштар, молдавандар һәм лезгиндар бер ғаилә булып, татыулыҡта йәшәй һәм эшләйҙәр.
Артабан бер-бер артлы ҡунаҡтарға һүҙ бирелде. Район Советы рәйесе З.М.Хафизов барыһын да байрам менән ҡотланы һәм Гөлнара Рәхимованы Советтың Маҡтау грамотаһы менән бүләкләне. “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Ю.А.Родионов та үҙ сиратында ватандарға тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, Рифҡәт Әхмәт улы Фәйзуллинға “Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүҙең 100 йыллығы” юбилей миҙалын, Ирина Аҡбашеваға район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһын тапшырҙы. Район Советы депутаты, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов та байрамға буш ҡул менән килмәгән, Рәзифә Сәғиҙуллина менән Рәүф Шәриповты ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Табын ауыл Советы рәйесе Андрей Аверьянов ватандарҙы ҡотланы һәм әлеге байрамдың һуңғыһы түгеллеген, тиҙҙән трактор алып ҡайтыу шатлығынан йәнә сараға йыйыласаҡтарын белдерҙе. Табын ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирина Крехова байрамды ойоштороуҙа, әҙерләп уҙғарыуҙа, ауылды төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Һәм ике тиҫтәгә яҡын иң әүҙемдәрҙе, ғаиләләрҙе биләмәнең Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Ойоштороусылар байрамда ҡатна-шыусыларға төрлө номинациялар буйынса бүләктәр әҙерләгән. “Ауылдың иң оло кешеһе” номинацияһында ауыл менән йәштәш, ошонда тыуған, үҫкән, эшләгән һәм әле лә бында йәшәүсе 92 йәшлек Валентина Бурда билдәләнде. “Иң төҙөк ихата–2019” номинацияһында Лилиә һәм Марс Хәлитовтар ғаиләһе, “Ауылдың мәҙәни тормошона ҙур өлөш индергән” – Фәүзиә Ҡотлогилдина, Рамазан Шәйбәков, Арыҫлан Кәримов, “Һәүәҫкәр фермер” (иң күп мал аҫрайҙар) – Наталья һәм Владимир Харьковтар ғаиләһе, “Оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүсе ғаилә” – Мәүжиҙә менән Рәшит Шәриповтар, “Иң йәш ғаилә” – Алена һәм Олег Афанасьевтар, “Иң әүҙем ғаилә” – Гүзәл менән Салауат Ибәтуллиндар ғаиләһе иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды. “Ауылдың иң йәш кешеһе” – яңы тыуған сабый Илназ Насиров та бүләкһеҙ ҡалманы. Быйыл Ҡоролтайҙың “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнгән Фәүзиә Ҡотлогилдина, урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Башҡорт дәүләт медицина университетына бюджет нигеҙендә уҡырға ингән Виолетта Герт “Ауыл ғорурлығы – миҙалсылары”, Эдуард һәм Радик Түзбәковтар “Спортсылар - ауыл даны” номинацияларына эйә булды. “Алтын тауыш-2019” номинацияһы еңеүселәре Венера Чебурашкина менән Эльвина Йәрмөхәмәтова үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алды.
Ауыл старостаһы Фәүзиә Ҡотлогилдина байрам алдынан ауылда ярайһы ғына эштәр башҡарылыуын барланы: урам яҡтыртҡыстары урынлаштырылған, ауылға ингән урында туҡталыш ҡуйылған, майҙан йүнәлешендәге юл күтәртелгән. Һәм барыһына ла рәхмәт әйтеп, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән Марс Хәйруллин, Алексей Шапошников, Фәүзиә Латипова, Рәзилә Шәриповаға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы. Шағирә был байрамға махсус ижад иткән “Ватанымдың алтын таңдары” шиғырын да уҡып ишеттерҙе.
Сәхнә түренә быйыл 80 йәштәрен билдәләгән Әсмә Садиҡова, Мария Суравова, Фатиха Сәфиуллина, Анатолий Поздняковтар сыҡты. Уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды, тап улар өсөн Рәзилә Ибәтуллина “Аҡ ҡайындар” йырын башҡарҙы. Быйыл 1-се класҡа уҡырға барасаҡ һигеҙ баланы ла онотмаған ойоштороусылар, бүләктәр әҙерләгәндәр. “Оҫта ҡулдар-2019” номинацияһында - Валентина Веретюк, “Бар эшкә лә маһир” – Илшат Аҡбашев билдәләнде. Ауылдың йәмәғәт ойошмалары һәм ветерандар советы исеменән Ғәлиә Рахманғолова менән Рәсимә Батыршина байрам сараһын уҙғарыуҙа ҙур көс һалған ауыл клубы етәксеһе Гөлнара Рәхимованы бүләкләп үттеләр. Ауылдағы өс шишмәне төҙөкләндереүҙә әүҙемлектәре өсөн Ҡотлогилдиндар, Мөхәмәтҡоловтар, Ғилмановтар, Котковтар, Латиповтар, Чебурашкиндар ғаиләләренә Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ауыл байрамы көнөндә тыуған көндәрен билдәләүсе Тәнзилә Йәрмөхәмәтова, Сайма Ғилманова, Валентина Давыдовалар ҙа үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Был көндө бер кем дә бүләкһеҙ ҡалмағандыр.
Ялан дәртле күңелле көйҙәрҙән, шат тауыштарҙан яңғырап торҙо. Байрам ауыл һәләттәренең, шулай уҡ балаларҙың йыр-моңдары, дәртле бейеүҙәре, ҡыҙыҡлы конкурстар менән үрелеп барҙы. Район мәҙәниәт һарайынан Сергей Князевтың – саксофон, Наил Вәлиевтың баян моңдары, Табын ауылы ағинәйҙәренең, Өфө ҡунаҡтары Камила менән Сәйет Бакировтар һәм башҡаларҙың сығыштары барыһына ла байрам кәйефе бүләк итте. Халыҡ йырсыларға ҡушылып йырланы ла, бейене, рәхәтләнеп күңел асты.