+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 11:38

Ветеринария хеҙмәте - һәр ваҡыт кәрәкле

31 августа ветеринария хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ғафури район ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Һәҙиәт улы ЗӘЙНЕТДИНОВ халыҡҡа бик кәрәкле был хеҙмәттең эшмәкәрлеге менән таныштыра:

-Беҙҙең район ветеринария станцияһы коллективы 45 кешенән тора һәм 8 – Ташлы, Ҡауарҙы, Еҙем-Ҡаран, Яугилде, Табын, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын, Сәйетбаба ветеринария участкаһын берләштерә. Йылдың-йылы ветеринария станцияһы коллективы малдарҙағы йоғошло һәм күпләп осраусы йоғошло булмаған сирҙәрҙе булдырмау буйынса ғәйәт ҙур эш башҡара: быға диагностик тикшереүҙәр, вакцинация, дауалау-профилактик эшкәртеүҙәр һәм башҡа бик күп саралар инә. Беҙҙең төп бурыс – диагностик һәм профилактик сараларҙы ваҡытында үтәп, райондың эпизоотик йәһәттән именлеген тәьмин итеү. Көтмәгәндә килеп сығыуы ихтимал сирҙәр буйынса тиҙ арала сара күреү өсөн оператив төркөмдәр төҙөлдө. Улар тейешле махсус кейем, ҡорамалдар һәм ике берәмек техника менән тәьмин ителде. Шулай уҡ ауыл хужалығы малдарын, эт-бесәйҙәрҙе, бал ҡорттары умарталарын биркалау менән дә мәшғүлбеҙ. Ветеринар участкаларҙың барыһы ла һыуытҡыс һәм кәрәкле эш ҡоралдары, “Меркурий” системаһында электрон хәлдә ветеринар-оҙатыу документтары тултырыу һәм отчеттар төҙөү өсөн Интернетҡа тоташҡан компьютер техникаһы менән йыһазландырылды. Матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бирелеп, яңыраҡ “Лада-Гранта” автомашинаһына эйә булдыҡ, ҡорт балының сифатын тикшереү өсөн рефрактометр һәм өҫтәлмә һыуытҡыс ҡоролма һатып алынды.

Беҙҙең өлкәлә ниндәй ҙә булһа ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау, тиҙүк бөтөрөү сараһын күреп эш итәбеҙ, сөнки тирә-яҡта малдарҙа ҡотороу, Себер түләмәһе, бешмә, сусҡаларҙа Африка тағуны сирҙәре менән бәйле хәүефле хәл-торош һаҡлана. Бының өсөн даими рәүештә өй һайын йөрөп, йорт хайуан-ҡоштарға тикшереүҙәр уҙғарып, тейешле прививкалар яһала.

Красноусол баҙары биләмәһендә һатыуға ҡуйылған аҙыҡ-түлек сеймалын һәм малсылыҡ, үҫемлекселек продукт-тарын ветеринар тикшереү үткәреү кабинеты эшләй, уны I категориялы ветеринар табип Е.О.Новикова етәкләй. Ветстанцияла ваҡ йорт йәнлектәрен ҡабул итеү бүлмәһе ойошторолдо, унда консультациялар бирелә, дауалау һәм операциялар үткәрелә. Бында II категориялы

табип М.В.Трофимова эшләй. Шулай уҡ ветеринар дарыухана, яһалма ҡасырыу пункты ла бар.

Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, йәштәр беҙҙең өлкәгә, шул иҫәптән район ветстанцияһына эшкә килергә ашҡынып тормайҙар. Ә республика Ветеринария идаралығы йүнәлешендә техникум тамамлаусыға 500 мең һум, юғары белемле белгескә 1 млн һум аҡса бирелә, был дәртләндереү сараһы хаҡында уйланырға урын бар. Беҙҙең коллектив әлегә ике йәш белгес менән тулыланды: Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжын тамамлаған Эльвира Муллашева эшләй башланы, ә Ринат Мөлөков һуңғы курста уҡый.

Ветерандар советы рәйесе Э.С.Степанова етәкселегендә хаҡлы ялдағы хеҙмәттәштәребеҙ Ф.Ш.Ҡаһарманов, Р.А.Йәнешев, Р.Ибәтуллин, Р.С.Әһлиуллин, В.С.Хисамова һәм башҡалар ветстанцияның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашалар, рәхмәт уларға.

Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ хеҙмәттәштәремде һәм ветерандарыбыҙҙы Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, эштәрендә уңыштар теләйем.


Читайте нас: