-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 11:27

Йорттар йылы, уңайлы булһын өсөн

Сентябрҙең тәүге йәкшәмбеһендә көнкүрешебеҙгә уңайлыҡтар булдырыусы Нефть һәм газ сәнәғәте, шулай уҡ районыбыҙҙың газ хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Газпром Өфө газ бүлеүсе” Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салауат филиалы Ғафури газ хеҙмәте начальнигы, 30 йыл ғүмерен газ хеҙмәтенә бағышлаған Рөстәм Хажиәхмәт улы ҒӨБӘЙҘУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

-Рөстәм Хажиәхмәт улы, коллектив барыһын да хәл итә, тигәндәй, иң башта коллектив менән таныштырып, эшмәкәрлегегеҙ, һөнәри байрамығыҙҙы ниндәй күрһәткестәр менән ҡаршылауығыҙ хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Беҙҙең коллектив ҡуйылған бурыстарға яуаплы ҡараған, үҙ эшенең оҫталары булған 53 кешене берләштерә, етәксенән тыш, 32 слесарь, 9 водитель, 2 тракторсы, экскаваторсы, 2 иретеп йәбештереүсе, өс мастер, бер инженер, дүрт диспетчер эшләй. Беҙҙең ойошма район буйынса 680 км оҙонлоҡтағы газ үткәргестәрҙе, 23 дана газ бүлеү пунктын, 5 дана газ бүлеү участкаһын, 79 дана шкафлы бүлеү пунктын хеҙмәтләндерә. Районда 8488 йорт-фатир газ яғыулығын ҡуллана. Йәнә 6448 йортто “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу мөмкинлеге бар. Башҡарылған эштәргә килгәндә, йыл башынан 6 газ бүлеү пункты яңыртылды, 7 задвижка алыштырылды. Ҡорамалдарға йылына ике тапҡыр ағымдағы, бер тапҡыр капиталь ремонт уҙғарыла. Әлеге мәлдә был эштәр аҙағына яҡынлашып, 15 сентябргә тамамлау планлаштырылған.

Ҡулланыусылар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, районыбыҙҙа яңы газ үткәргес торбалар һалыу, атап әйткәндә, Аҡкүл ауыл биләмәһенә ҡараған Войновка, Ивановка ауылдарына газ үткәреү эштәре дауам итә. Ауылдарҙың тәүгеһендә – 5, һуңғыһында 20 йорт хужалары быйыл был уңайлыҡ менән файҙалана башлаясаҡ. Район буйынса йыл башынан 119 йорт “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылды. Былтырғы менән сағыштырғанда был күрһәткестең үҫеше күҙәтелде. Тимәк, районда газ менән ҡулланыусылар һаны артҡандан-артыр, тип өмөтләнергә була.

-Урындарҙа газ үткәргестәрҙе хеҙмәтләндереү нисек ҡуйылған?

- Беҙҙә 44 ауылдың халҡы газ яғыулығын ҡуллана. Уларҙы өс тиҫтәләп слесарь хеҙмәтләндерә. 5 авария бригадаһы (водитель, слесарҙарҙан тора) тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ алып бара. Ҡулланыусылар был бригаданы бик йыш саҡырта. Уларҙың төп эштәре булып газ үткәргестәрҙе тикшереү-күҙәтеү, газ бүлеү пункттарын ҡарау, газ ҡорамалдары боҙолған һәм башҡа осраҡтарҙа абоненттарҙан заявкалар алыу, йорт, подвал, ҡоҙоҡтарҙың газланыуын тикшереү һәм башҡалар тора.

- Эшегеҙҙең хәүеф менән бәйле булыуы сәбәпле, хеҙмәткәрҙәр мәнфәғәте ҡайғыртыламы?

- Беҙҙең хеҙмәттең проф-союз ойошмаһы һәйбәт эшләүен билдәләргә кәрәк. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең, хатта уларҙың балаларының да сәләмәтлеге иғтибарҙан ситтә ҡалдырылмай. Проф-союз йүнәлеше буйынса шифаханаларға, балаларға йәйге ял лагерҙарына, теге йәки был диңгеҙгә сәйәхәт итеү мөмкинлеге бар.

- Һөнәри байрам уңайынан, ғәҙәттә, айырыуса уңғанлыҡ күрһәтеүселәрҙе барлау йолаһы йәшәй.

- Әммә беҙҙең коллективта татыу, берҙәм, эшсән, бер-береһен алыштырырҙай, үҙ эшен биш бармағылай ентекле белгән хеҙмәткәрҙәр тупланыуын иҫәпкә алып, береһен дә айы-рып түгел, барыһы ла маҡтауға лайыҡ, тип әйтергә кәрәк. Бары тик иң ҙур стажға һәм тәжрибәгә эйә булғандарҙы, өлкән мас-тер Рәмил Ғәббәсов (29 йыл), авария-тергеҙеү эштәре слесары Азамат Хәйретдиновты (28 йыл), ғүмерҙәрен газ хеҙмәте менән бәйләгән диспетчер хеҙмәте слесары Марат Әхмәтшин хаҡлы ялға туҡтаны, йыл аҙағында иһә иретеп йәбештереүсе Камил Солтанғолов пенсияға сығасаҡ. Газ хужалығы контролеры Ольга Денисова район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһына тәҡдим ителде.

- Коллективығыҙға теләк-тәрегеҙ ҙә барҙыр?

- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, беҙҙең тармаҡта эшләп, хаҡлы ялдағы хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы (улар тиҫтәгә яҡын) һәм коллегаларҙы һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлап, еңел булмаған яуаплы эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаиләләрендә именлек, байрамса кәйеф теләйем.

- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Хажиәхмәт улы. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.


Читайте нас: