+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 11:54

Айырыуса хәүеф аҫтында…

РФ Президентының 2006 йылдың 31 майындағы “Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрендә һөнәри байрамдар һәм иҫтәлекле көндәр тураһында” Указына ярашлы, 4 сентябрҙә Рәсәйҙә Ядро тәьминәте белгестәре көнө билдәләнә.

Быйыл 29 августа иһә Семипалатинск полигонында СССР-ҙа тәүге атом бомбаһын һынауға 70 йыл һәм 14 сентябрҙә Тоцк полигонында ядро бомбаһын һынау буйынса ғәскәрҙәрҙең тактик уҡыуын уҙғарыуға 65 йыл тула.

Бөгөнгө көндә Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһында иҫәптә айырыуса хәүеф подразделениеларынан 440-лап граждан һәм уларҙың 80-ләп ғаилә ағзаһы иҫәптә тора. Беҙҙең районда улар 8: В.Г.Әбүзәров, Н.А.Верушкин, Ф.Ф.Иҙрисов, Н.В.Казьмин, Р.Х.Мурзин, И.П.Никифоров, В.К.Родионов, З.С.Чугунова.

Айырыуса хәүеф подразделениелары составында ядро һәм термо-ядро ҡоралын һынауҙарҙа, хәрби объекттарҙағы һәм ҡоралланыу сараларындағы ядро установкаларында булған аварияларҙы бөтөрөүҙә ҡатнашҡан граждандарҙың илебеҙ оборонаһына индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың “үҙ” һөнәри көнөн булдырыу – уларҙың үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып үтәгән хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдереүҙе, йәшәйеш-көнкүрештәрен, тормош шарттарын яҡшыртыуға йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеүҙе лә күҙ уңында тота.

Зоя ЧУГУНОВА,

айырыуса хәүеф подразделениелары

ветерандары комитеты рәйесе.

Читайте нас: