Гимназия уҡытыусыларын, тәрбиәселәрҙе, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе Белем байрамы уңайынан ҡотларға мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы депутаты Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, район прокуроры Рөстәм Ринат улы Раянов килде.
Тантанала гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова сығыш яһап, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да яңы уҡыу йылы башланыу айҡанлы ҡотланы, гимназистарҙың уңыштарын барланы, артабан да һынатмауҙарын, илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫеүҙәрен, яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләне. Артабан депутат Р.Р. Ишмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙов, прокурор Р.Р. Раянов барыһын да Белем көнө уңайынан тәбрикләне. Гимназистарға тәғәйенләп килтергән бүләктәрен тапшырҙылар.
“Быҙыбыт” өлгөлө бейеү ансамбленең уртансылар төркөмөнөң, гимназия һандуғасы Эльнара Шәрипованың сығыштары байрамға биҙәк өҫтәне.
Быйыл гимназияла “Үҫеш нөктәһе” цифрлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәге асыласағы билдәләнеп, уның етәксеһе Раушания Радик ҡыҙы Дәүләтбаева белем асҡысын беренселәргә тапшырҙы. Улар, үҙ сиратында, дәртләнеп шиғырҙар уҡып ишеттерҙе.
Күңелдәргә илаһилыҡ өҫтәгән тәүге ҡыңғырауҙы 11-се класс уҡыусыһы, уҡыу алдынғыһы Радмир Рәхимов менән 1-се класс уҡыусыһы Розалия Вәлиева яңғыратты. Беренсе уҡыу көнөнөң тәүге ҡыңғырауы сыңланы һәм уҡыусылар дәрескә таралышты.