+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 11:20

Еҙемде һаҡлайыҡ!

“Еҙем” тәбиғәт паркы балалар араһында “Еҙемде һаҡлайыҡ!” тип аталған ижади конкурс иғлан итә.

Конкурста районыбыҙҙың дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә учреждениелары уҡыусылары-тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша ала. 4 төрлө эштәр йәш төркөмдәре буйынса айырым ҡарала:

Һүрәттәр конкурсы (темаһы - “Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы”): 6-8 йәшлектәр, 9-12 һәм 13-17 йәшлектәр араһында; листовкалар (темаһы – “Тәбиғәтебеҙ янғынһыҙ”): 9-12 һәм 13-17 йәшлектәр; фотоһүрәттәр (“Еҙем” тәбиғәт паркы буйлап сәйәхәт”) – йәш сикләүе ҡуйылмай; ҡулдан эшләнгән әйберҙәр конкурсы (“Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтендә йәшәүселәр”) – 9-12 һәм 13-17 йәшлектәр араһында.

Конкурс сентябрҙә башланып, эштәр 15 октябргә

тиклем ҡабул ителә. Бәйгегә йомғаҡ яһап, еңеүселәрҙе бүләкләү ваҡыты айырым хәбәр ителәсәк.

Конкурс шарттары, тәҡдим ителеүсе эштәргә талаптар тураһында тулы мәғлүмәтте “Еҙем” тәбиғәт паркының “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә табырға була.

Әлиә РӘХИМОВА,

“Еҙем” тәбиғәт паркы методисы.

Читайте нас: