+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 11:57

Сентябрь иртәһе

Бына күңелле йәйге каникул айҙары артта ҡалып, яңы уҡыу йылына һәр мәктәп үҙ ишектәрен асты. Сентябрҙең беренсе дүшәмбе иртәһе белем усаҡтарында тантаналы линейка менән башланып китте.

Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә быйылғы уҡыу йылында 722 бала белем аласаҡ. Иң өлкән класҡа 26 уҡыусы барһа, беренсегә тәү башлап 85 бала килгән.

Быйыл ошо мәктәптә һуңғы йыл уҡыясаҡ 11-селәр класс етәкселәре Алексей Владимирович Баязов менән бергә теҙелеп үткәндән һуң, линейка түренә беренселәр теҙелеп баҫты. Уларҙы серле белем тауына уҡытыусылар: 1 “А” класын Людмила Калинина, 1 “Б”-ны Нурия Иҙрисова, 1 “В”-ны - Ольга Наталенко, 1 “Г”-ларҙы Анна Банникова алып менәсәк. Мәктәп директоры Галина Викторовна Петрова балаларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы менән ҡотлап, һәммәһенә һаулыҡ, уңыштар теләне. Шулай уҡ ҡотларға килгән ҡунаҡтарҙың сығыштары байрам тантанаһын тағы ла йәмләне. Һуңынан барыһының һағынып көткән ҡыңғырау тауыштарын 11-се класс уҡыусыһы Кристина Хәмитова, 1-сегә килеүсе малай һәм ҡыҙ яңғыратты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагын сығарғандан һуң, уҡыусылар уҡытыусылары менән кластарына таралды. Белем тауына шатланып, бар булған ҡаршылыҡтарҙы бергәләп еңеп, маҡсаттарға ирешеп үрләргә яҙһын.
Читайте нас: