Барлығы 9 бүлектән торған йыйынтыҡҡа шағирәнең 1965-2018 йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары, поэмалары, дастандары тупланған. Шағирә Тыуған ил, тыуған ер, туған тел, Башҡортостан темаһын яҡтыртҡан, йәшлек, һөйөү, тәбиғәт хаҡындағы шиғырҙарында милләттәштәрен уяу, намыҫлы булырға саҡыра, тыуған төйәгенә, Ватанына дан йырлай. Иң һуңғы бүлеккә балалар өсөн яҙылған бер шәлкем шиғырҙары ингән.